Инйәр
+2 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
6 Ноября 2020, 10:27
“Киләсәккә билет”
Белем усаҡтары яңы проекттарҙа үҙ көстәрен һанай
Добавить в предпочтительные источники Google
Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатынан 2020 йылдың 10 октябренән 28 ноябренә тиклем 14-17 йәшлек уҡыусылар өсөн “Балалар Бизнес Академияһы” — “Уҡыусы-эшҡыуар” тип аталған проект тормошҡа ашырыла. Унда эшҡыуарлыҡ нигеҙе буйынса белем биреү курстарын уҙғарыу ҡаралған. Махсус дәрестәр YouTube “Уҡыусы-эшҡыуарҙар — 2020” каналында һәр шәмбе һайын онлайн режимда үткәреләсәк. Беҙҙең райондан был программала 13 белем биреү усағынан 50-нән артыҡ бала ҡатнаша.
Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен пропагандалау, балаларҙың юлда йәрәхәтләнеүе мәсьәләһенә йәмәғәттең иғтибарын йәлеп итеү, әүҙем граждандар позицияһын тәрбиәләү маҡсатынан районыбыҙҙың белем биреү учреждениелары “Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре ритмында” республика челлендж-марафонында, “Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең каникулдары юҡ!”, “Йәйәүле, наушниктарыңды сис!”, “Бала саҡ хәүефһеҙлеге”, “Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә дөрөҫ йүнәлеш ал!” конкурстары һәм акцияларында, “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” бәйгеһендә әүҙемлек күрһәтә. Беҙҙең тәрбиәләнеүселәребеҙҙең эштәре менән “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “ЮИД Республики Башкортостан”, инстаграмда “ЮИД Башкортостан – АЛГА! (yuidbashkortostan)” биттәрендә танышырға мөмкин.
“Киләсәккә билет” Бөтә Рәсәй программаһы балаларға кәрәкле һөнәр һайлауҙа ярҙам итә. Ул “Мәғариф” милли проект сиктәрендә ойошторола. Беҙҙең райондан 6-11 кластарҙан 50-нән артыҡ уҡыусы 60-лап төрлө профориентация тесттары үтә. Быларҙан тыш, балалар һөнәри пробаларҙа ҡатнашып, үҙҙәрен тормошта һынап ҡарай ала.
Албина Сөләймәнова,
мәғариф бүлегенең тәрбиәүи эштәр буйынса методисы.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
ок
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"