Инйәр
+8 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән...
6 Ноября 2020, 07:14
ҺАЛЫМЫҢДЫ ТҮЛӘРГӘ ОНОТОП ҠУЙМА!
Быйыл 1 декабргә тиклем мөлкәткә, ергә, транспортҡа һалым түләү кәрәклеге хаҡында онотмайыҡ.
Быны йәшәгән урын буйынса һалым инспекцияһына барып белергә мөмкин. Бынан тыш, “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты” йәки “Һалымдарҙы түлә” сервистары ярҙамында онлайн тәртибендә түләргә мөмкин.
Улар Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында (nalog.ru) урынлашҡан. Шәхси кабинетҡа теркәү картаһындағы логин һәм пароль ярҙамында инергә мөмкин. Ә уны йәшәү урыны буйынса ғына түгел, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең һәр хеҙмәтендә алырға була. Бының өсөн үҙең менән шәхесте раҫлаусы документ, шәхесте иҫәпкә ҡуйыу буйынса таныҡлыҡтың (ИНН) төп нөсхәһенең йәки күсермәһенең булыуы кәрәк.
Һалым буйынса бурыстар хаҡында Берҙәм дәүләт һәм муниципаль порталында ла (www.gosuslugi.ru) танышырға мөмкин. Бынан тыш, Рәсәйҙең Федераль суд приставтары хеҙмәтенең сайтында ла башҡарыу производствоһы буйынса мәғлүмәттәр банкы бар. Унда ла граждандарға ҡарата ҡуҙғатылған башҡарыу производствоһы һәм уны ҡайһы суд приставының башҡарыуы хаҡындағы мәғлүмәтте табырға мөмкин.
Мухаметьянова А.
Фото:https://shonkar.rbsmi.ru/news/ALIMI-DI-T-L-RG-ONOTOP-UYMA-529180/
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"