Инйәр
+12 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
3 Ноября 2020, 12:47
Беҙ финалда!
Районда уҙған “Башҡортостан легендалары. Архангел районы” фестивале Russian Event Awards 2020 Милләт премияһының “Ауыл һәм агротуризм сфераһындағы иң яҡшы туристик ваҡиға” номинацияһында финалистар исемлегенә эләкте.
Russian Event Awards 2020 — Рәсәйҙә ваҡиғалы туризм өлкәһендәге юғары рейтинглы премия һанала.
Фестивалдең мөһим йүнәлеше — халыҡ традицияларын һәм кәсептәрен һаҡлау. Архангел районы хакимиәтенең, ойоштороусыларҙың, фестивалдә ҡатнашыусыларҙың һәм башҡаларҙың берҙәм тырышлығы арҡаһында 26 сентябрь Ҡыҙыл Ырғыҙлы ауылында ойошторолған мәртәбәле сара юғары кимәлдә уҙғарылды. Унда районда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең тематик оҫталыҡ дәрестәре, ижади һәләттәре күрһәтелде. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҡулдан яһалған әйберҙәре, фермерҙар үҙ продукциялары менән таныштырҙы. Бәләкәй ватаныбыҙҙың гүзәллеген, күп милләтле халҡыбыҙҙың дуҫлығын, уларҙың үҙенсәлекле милли кәсептәрен, йолаларын, киләсәктәге мөмкинлектәрен лайыҡлы тәҡдим итеп еңеүселәр рәтенә инеүебеҙгә бик шатбыҙ.
Премияның финалы 8-10 декабрҙә Екатеринбург ҡалаһында үтәсәк.
Ильяс Сафин,
район мәҙәниәт бүлеге начальнигы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"