Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
22 Октябрь 2020, 15:05

Йылытыу миҙгеле — хәүефле осор

Баҡалды ауыл биләмәһенә ҡараған һәр ауылда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу тәртибе тураһында аңлатыу эштәре һаман алып барыла.

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн махсус контейнерҙар ҡуйылһа ла, әлегә тиклем ҡайһы берәүҙәр ҡыйҙы элеккесә ауыл эргәһендәге сүплектәргә, йәиһә юл буйында ҡалдырып китеү ғәҙәтен ташламай. Тағы ла бер борсолоулы мәсьәлә — контейнерҙар майҙансығында йыш ҡына үлән, сыбыҡ-сабыҡ, төҙөлөш һәм аҙыҡ ҡалдыҡтарын осратырға мөмкин. Ауыл старосталары, ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре сүп-сар майҙансыҡтарында тәртип булдырыу, юғарыла әйтелгән кәмселлектәрҙе бөтөрөү маҡсатынан халыҡҡа ҡат-ҡат иҫкәртеүҙәр яһап тора. Һөҙөмтә бар — кешеләр тәртипкә өйрәнеп килә.
Быға тиклем аҙна һайын “Таҙалыҡ сәғәте” сараһында даими ҡатнаштыҡ. Уның сиктәрендә юл буйҙарын, урамдарҙы йыйыштырып торҙоҡ. “Таҙа яр” акцияһы барышында Баҫыу йылғаһының эргә-тирәһен таҙарттыҡ.
Көндәр һалҡынайтыу менән ауылдарҙа ихата һайын йөрөп янғын хәүефһеҙлеген тикшерә башланыҡ. Йылытыу миҙгеле — хәүефле осор. Шуға күрә янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдарҙың, электр сымдарының, мейестәрҙең һәм электр йылытҡыстарҙың төҙөклөгөнә иғтибар итәбеҙ, иҫкәрмә ҡағыҙҙары таратабыҙ. Йылытыу ҡорамалдары боҙоҡ булғанда, уларҙы төҙәтеү өсөн ваҡыт бирәбеҙ.
Гүзәл Мырҙагилдина,
Баҡалды ауыл биләмәһе хакимиәтенең һалым буйынса белгесе.
Читайте нас: