Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
22 Октябрь 2020, 15:15

Өҫтәмә белем алыуҙа бушлай сертификат

2019-2020 йылдарҙа районыбыҙҙа балаларға өҫтәмә белем биреү персонификацияланған системаға күсә башланы. Ул нимәнән ғибәрәт?

Яңы финанслау программаһы балаларҙы муниципаль һәм шәхси хеҙмәтләндереү системаларында теркәлгән түңәрәктәрҙә, секцияларҙа шөғөлләндереүҙе күҙ уңында тота. Шул уҡ ваҡытта уҡытыу йүнәлешен, белем биреү учреждениеһын һайлау хоҡуғы – тик ата-әсәлә һәм балала. Был алымдың өҫтөнлөктәре билдәле: балалар нәҡ үҙҙәре теләгән, ҡыҙыҡһынған түңәрәктәргә йөрөйәсәк. Ата-әсәләр, үҙ сиратында, шәхси талаптарына тулыһынса яуап биргән учреждениеларҙы табасаҡ.
Бының өсөн ата-әсәләргә нимә эшләргә кәрәк?
Башҡортостан Республикаһының балаларға өҫтәмә белем биреү Навигаторы сайтында теркәлергә. Навигатор — ата-әсәләрҙең йәки балаларҙың үҙ аллы түңәрәктәр, секциялар эҙләгән, ә өҫтәмә белем биреү учреждениеларының тәрбиәләнеүселәрҙе үҙҙәренә ылыҡтырыусы интернет-порталы ул. Ата-әсәләр (баланың законлы вәкилдәре) теркәлгән ҡулланыусы булараҡ һәр белем биреү учреждениеларының программаһы менән таныша, уның ойоштороусылары һәм башҡалар тураһында тулы мәғлүмәт ала, балаһын теге йәки был түңәрәккә, секцияға яҙа.
Навигаторҙы http://p02. навигатор.дети йүнәлтмәһе буйынса, йәки интернет селтәрендә “Навигатор дополнительного образования детей Республики Башҡортостан” тип эҙләгәндә табып була.
Артабан ата-әсә Навигатор каталогында оҡшаған шөғөлдө таба һәм балаһын теркәй. Балаға автомат рәүешендә электрон иҫәпкә алыу Сертификаты йәки айырым күләмдәге аҡса менән персонификацияланған финанслау Сертификаты бирелә. Ошонан һуң бала түңәрәктәргә йөрөй, ә уҡыу өсөн түләү Сертификат иҫәбенән алына (әгәр ҙә уҡыу программаһы персонификацияланған финанслауҙа ҡатнашһа).
Персонификацияланған финанслау Сертификаты нимә ул?
Сертификат — ул баланың мәктәптән тыш, хөкүмәттән бүленгән аҡса иҫәбенә, өҫтәмә белем алырға мөмкинлек биргән исемле электрон документ. Сертификат ата-әсәгә өҫтәмә белем биреү учреждениһында белем алған балаһы өсөн дәүләт иҫәбенән түләү мөмкинлеген аса. Уның тураһындағы бөтә мәғлүмәт — эшмәкәрлек ваҡыты, бүленгән аҡсаның иҫәптәге ҡалдығы — Навигатор сайтында ҡулланыусының шәхси кабинетында һаҡлана. Сертификат биргән аҡсаны тик өҫтәмә белем алыуға һәм өҫтәмә белем биреү Порталы аша ғына ҡулланырға була. Башҡа маҡсатта тотонорға, аҡсаға алыштырырға ярамай! Шул иҫәптән, балаларҙың түңәрәктәр, секциялар һайлау һаны сикләнмәгән.
2020 йылда Персонификацияланған финанслау системаһында тик “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге генә ҡатнаша. Сертификаттар өҫтәмә белем биреү йәки дөйөм белем биреү учреждениеларында активлаштырыла.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: