Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
22 Октябрь 2020, 14:14

Маммологта ҡасан күрендегеҙ?

15 октябрь — Күкрәк рагы йәки һөт биҙе яман шешенә ҡаршы көрәш көнөн билдәләп.

Бындай һорау биреүебеҙ һис юҡҡа түгел. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәләмәтлегенә хәүеф менән янаусы ҡурҡыныс онкологик сирҙәрҙең береһе ул. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы 1993 йылда октябрҙе ошо сиргә ҡаршы көрәш айы, ә 15 октябрь көнөн Бөтә донъя Күкрәк яман шеше менән көрәш көнө тип билдәләне. Төрлө илдәрҙә күп саралар уҙғарыла. Ҡатын-ҡыҙ һөт биҙҙәренә бушлай диагностика үтә, табиптар аңлатыу эштәре алып бара.
Был сир ҡатын-ҡыҙҙар араһында йыш осрай. Донъяла йыл һайын бер миллиондан ашыу яңы осраҡ асыҡлана, ә Рәсәйҙә - 45 меңдән ашыу. Өҫтәүенә сирҙәр арта ғына бара. Бәхеткә ҡаршы, шештәрҙең байтаҡ өлөшө яман булмаған шештәргә ҡарай, сәләмәтлеккә хәүеф менән янамай. Һөт биҙе яман шеше ғәҙәттә ауыртмай, ҡул менән тотоп тикшергәндә генә асыҡлана. Һәр ҡатын-ҡыҙ организмындағы бәләкәй генә үҙгәрешкә лә иғтибарлы булырға тейеш: күкрәк ҙурлығы үҙгәреүе, һөт биҙе тиреһе ҡыҙарыуы, деформация, бүлендектәр күҙәтелеүе, сабыртмалар сығыуы һәм башҡа үҙгәрештәр һиҫкәндерергә тейеш.
Сиргә килтереүсе төп факторҙар: башҡа ҡатын-ҡыҙ туғандарҙа яман шештең күҙәтелеүе, күремдең бик иртә йәки һуң башланыуы, түлһеҙлек, һимеҙлек, алкоголь менән мауығыу һәм башҡа сәбәптәр. Сәләмәтлеген хәстәрләгән ҡатын-ҡыҙ даими рәүештә маммологҡа күренергә, йыл да ойошторолған иҫкәртеү медицина тикшеренеүен үтергә, аҙ ғына үҙгәрештәр күҙәтелгәндә лә табипҡа ваҡытында мөрәжәғәт итергә тейеш.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 9 октябрҙән 1 ноябргә тиклем медицина ойошмаларында Бөтә Рәсәй “Ал таҫма” акцияһына ярашлы һөт биҙе патологияһын асыҡлау буйынса саралар үтә.
Юлай Мәжитов,
үҙәк район дауаханаһының табип-онкологы.
Читайте нас: