Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
22 Октябрь 2020, 14:11

Өмә гөрләп үтте

Урын кешене биҙәмәй, ә кеше урынды биҙәй.

Әҙәм балаһы ҡайҙа ғына йөрөһә лә, ҡайҙа ғына йәшәһә лә үҙенең артынан яҡшы эштәр, яҡты эҙ ҡалдырырға тейеш.
Мин Липовка ауыл биләмәһе хакимиәте тураһында яҙып үтмәксемен. Бында ауылдың үҫеше, матур киләсәге, кешеләрҙең тормош шарттарын яҡшыртыу өсөн ҙур көс һалған дуҫ, берҙәм, тәжрибәле һәм яуаплы хеҙмәткәрҙәр, белгестәр йыйылған. Тынғыһыҙ Илдар Ислам улы Әбдрәфиҡов, ғәҙел Рәсимә Нәжип ҡыҙы Сайғафарова, итәғәтле Айҙар Ғүмәр улы Халиков, яуаплы Гөлфинә Мөнир ҡыҙы Блинова һәм һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған, киң күңелле Фәнилә, Гөлиә, Гөлнара! Улар һәр саҡ халыҡ менән бәйләнештә, шуға күрә көнүҙәк мәсьәләләр ҙә ваҡытында һәм берҙәм хәл ителә.
Яңраҡ Благовещенка ауылының әүҙем йәмәғәтсеһе Айрат Йәғәфәр улы Мөфтәховтың башланғысы һәм хакимиәт башлығы Илдар Ислам улының ярҙамы менән урындағы Ҡаш-йылға йылғаһы аша үткән күпер төҙәтелеп сафҡа индерелде. Был изге ниәтте тормошҡа ашырыуҙа техника менән тәьмин иткән шәхси эшҡыуар Ю.А.Ивановҡа (Казанка ауылынан), водитель В.В.Романовҡа, тейәүсе А.М.Тетеркинға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Өмәнең беренсе минутынан һуңғы эше тамамланғанға тиклем үҙенең тракторында тир түккән ауылдашыбыҙ Дмитрий Акатьевҡа ла йылы һүҙҙәребеҙҙе еткерге килә. Шулай уҡ район һәм ауыл хакимиәттәренә лә өмә ойоштороуҙа күрһәтелгән ярҙамдары өсөн рәхмәтлебеҙ.
Хәҙер күперебеҙ төҙөк, шуға күрә ауыл халҡына бурандар ҙа, көслө ямғырҙар ҙа ҡурҡыныс түгел!
Рәүзилә Мөфтәхова,
Благовещенка ауылы.
Читайте нас: