Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
22 Октябрь 2020, 14:19

Халыҡ көслө шәхестәре менән

Архангел районына — 90 йыл.

Илдең, милләттең рухи көсөн, ҡеүәтен, кешелек донъяһында тотҡан урынын иң элек уның бөйөк кешеләре, оло аҡыл эйәләре, илем, ерем, халҡым тип йәшәгән, намыҫлы хеҙмәттә тир түккән заттары билдәләй. Ә халыҡ үҙенең улдарын һәм ҡыҙҙарын белергә, ғорурланырға, һәр быуын улар өлгөһөндә тәрбиәләнеп, фәһем алып үҫергә тейеш.
Бындай хеҙмәт алдынғылары районыбыҙҙың 90 йыллыҡ тарихында бихисап. Байтаҡ йылдар элек район һәм ҡалаларҙа “Почетлы граждан” тигән маҡтаулы исемдәр булдырыла башлай. Ул саҡта район Советы секретары булып эшләгән Дамира Мостафина был яңылыҡты беҙҙең районда ла булдырырға теләй һәм райондың 75 йыллығы алдынан район Советы сессияһына тәҡдим итә.
Шулай беренсе “Почетлы граждан” исеме Ленин орденына лайыҡ булған Максим Горький колхозы һауынсыһы Вейс Мильда Яковлевнаға бирелә. Артабан ошо уҡ колхоз һауынсыһы Ленин һәм Октябрь революцияһы ордендары кавалеры, БР-ҙың атҡаҙанған мал ҡараусыһы Әсмәбикә Сибәғәт ҡыҙы Йәғәфәрова “Архангел районының почетлы гражданы” исеменә лайыҡ була.
“Ҡыҙыл Еҙем” агрофирма комбайнеры, РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Алексей Иванович Швецов, шулай уҡ “Ҡыҙыл Еҙем” агрофирмаһы һауынсыһы, “Почет билдәһе”, “Октябрь революцияһы”, “Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ” ордендары менән наградланған, БР-ҙың атҡаҙанған мал ҡараусыһы Анна Александровна Швецоваға ошо маҡтаулы исем бирелә.
Советтар Союзы геройҙары И. А.Антипин, И.В.Киселев, И.И.Пстыго — Архангел районының Почетлы граждандары.
Район халҡының хөрмәтле табибы, БР-ҙың атҡаҙанған табибы Владимир Николаевич Иванов, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Риф Ишдәүләт улы Баязитов, Александр Михайлович Аристов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Александрович Киселев, “БР-ҙа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” билдәһе менән бүләкләнгән Тамара Ильинична Зубрицкая, теш табибы Мария Ивановна Самородова, миниципаль хеҙмәткәр Венера Таһир ҡыҙы Шәрәфетдинова, РФ-тың һәм БР-ҙың атҡаҙанған табибы һәм медицина хеҙмәткәре Мәхәмәт Мәхәмәтулла улы Алсынбаев, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Татьяна Анатольевна Гвоздик, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Нәсиә Хәмиҙулла ҡыҙы Йосопова, РФ-тың Почетлы мәғариф хеҙмәткәре Мөнирә Әғзәм ҡыҙы Лоҡмановаға төрлө йылдарҙа райондың 80-85 йыллыҡтары уңайынан “Архангел районының Почетлы гражданы” исеме бирелде.
Билдәле, бындай оло хөрмәт һәм юғары рухи награда намыҫлы хеҙмәт өлгөһө өсөн район етәкселеге, район Советы депутаттары тарафынан бирелгән. Тыуған районыбыҙҙың 90 йыллығы уңайынан уларҙы ҡотлап, (иҫәндәренә) сәләмәтлек һәм оҙон ғүмер юлдаш булһын. Эскерһеҙ хеҙмәт һәр саҡ үҙ баһаһын алһа, тормошобоҙ алға барыр.
Нәсиә Йосопова,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Абҙан ауылы.
Читайте нас: