Уларҙың бар йорт-ҡаралтыһы төҙөк булмаған электр сымынан ут сығыу сәбәпле янып ҡоро көлгә әйләнде. Алты бала тәрбиәләгән ғаилә бер нимәһеҙ тороп ҡалды. Янғындан һуң, улар ваҡытлыса оло йәштәге ата-әсәләрендә йәшәргә мәжбүр булды.
Бәләгә тарыған яҡташтарыбыҙ тураһында ишеткән битараф булмаған райондаштар, хатта республикабыҙҙың башҡа тарафтарында йәшәүсе кешеләр ҙә уларға ярҙамға ашыҡты. Һәр кем ҡулынан, хәленән килгәнсә ярҙам итте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, яугир-интернационалист Рәжәпов Тимерйән Рәжәп улы тәүгеләрҙән булып яуап бирҙе. Ул Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекле мобиль отряды менән бергә йорт төҙөй башланы. Аҙаҡ ярҙамға ауылдаштар, күрше райондарҙан битараф түгелдәр ҡушылды. Әлеге ваҡытта нигеҙ әҙер, бура ҡорола. Ғаиләгә эшҡыуарҙар һәм депутаттар ҙа финанс ярҙамы күрһәтте. Янғындан зыян күреүселәрҙең хәлен Республика Башлығы Радий Хәбиров шәхси күҙәтеү аҫтына алды.
Быларҙан тыш, Вәлиевтарға "Изге эштәр" хәйриә фонды тарафынан һатып алынған өс бүлмәле фатир бирелде. Үткән аҙна Гөлзифа Мирсәйет ҡыҙы балалары менән район үҙәгендә урынлашҡан фатирҙарына күсеп килде. "Изге эштәр" хәйриә фонды директоры урынбаҫары Артем Руденко фатир асҡысын тапшырғандан һуң, Г.Вәлиева сабыйҙары менән йорт ихатаһына ағас үҫентеһе ултыртты. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ғаиләгә үҙ ҡулдары менән эшләгән бетеүҙәрҙе бүләк итте. Оло ҡатын-ҡыҙҙар яңы йәшәүселәргә изге теләктәрен еткерҙе.
Бына тулҡынланып көткән мәл етте. Хужабикә асҡысы менән фатир ишеген асты. Боронғо йола буйынса улар йорттарына башта бесәй ебәрҙе, артабан үҙҙәре төклө аяҡтары менән киң һәм йәмле йорттоң тупһаһы аша атланы. Ғаилә башлығы был ваҡытта райондан ситтә эштә ине. Үҙ күҙҙәренә ышанмаған балалар тәүҙә бер аҙ ятһынып торҙо. Шатлыҡ күҙ йәштәре тулған Гөлзифа ауыр тормош хәлендә ҡалған саҡта ярҙам иткән һәр кемгә ысын күңеленән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Вәлиевтарға фатир асҡысын тапшырыу сараһын район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәлиә Имаева алып барҙы. Ул "Изге эштәр" хәйриә фонды етәксеһе Әлфинә Тереғоловаға, Башҡортостандың хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы етәксеһе Тимерйән Рәжәповҡа, “Еләҫ ел” — Рафаэль Харисовҡа, “Теплосеть” МУП-ы — Азат Мостафинға, “Водник” ойошмаһы етәксеһе Владимир Антипинға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.