Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
22 Октябрь 2020, 13:58

“Башҡортостан — алтын бишегем!”

Үткән аҙна мәҙәни һәм спорт сараларына бай булды.

Районда республика көнө уңайынан төрлө бәйгеләр, акциялар, йәрминкә, күргәҙмәләр ойошторолдо. Ауылдарҙа ла әһәмиәтле мәҙәни тамашалар уҙғарылды. Мәҫәлән, Абҙан һәм Арх-Латыш мәҙәниәт йорттарында театрлаштырылған поэтик кисә, “Мәңгелеккә ғашиҡмын һиңә, тыуған ерем” тип аталған белермәндәр уйыны, Орловка һәм Казанкала “Башҡортостаным, мин һинең менән ғорурланам!” әҙәби-музыкаль композицияһы, “Башҡортостан — тыуған мөйөшөм” тематик сәғәте һәм башҡалар үткәрелде. Төрлө ойошмаларҙың, ауыл биләмәләренең спорт һөйөүселәре лә еңел атлетика эстафетаһы һәм көрәшселәр турнирында бик әүҙем ҡатнашты. Ә йома көн барлыҡ байрам сараларын йомғаҡлап, район хакимиәте алдындағы майҙанда ҡуйылған “Башҡортостан — алтын бишегем!” тигән концерт һәм йәрминкә тамашасылар күңеленә бигерәк тә хуш килде.
Республикабыҙҙың 30-сы тыуған көнөн туйлағанда һауа торошо ла бик матур булды. Үҙәк майҙандан ағылған дәртле йыр-моң тауышы халыҡты әллә ҡайҙан үҙенә әйҙәне. Тантаналы байрам тамашаһын район хакимиәте башлығы Илшат Әминев асыты.
— 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Башҡортостандың Дәүләт мөстәҡиллеге тураһында декларация ҡабул итте. Һеҙҙең барығыҙҙы ла төп дәүләт байрамы – Республика көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Был әһәмиәтле көн республика халҡы араһында киң танылыу алды һәм ул йөрәктәрҙә лайыҡлы урын биләй. Республика көнө тыуған яғыбыҙҙың уңыштары өсөн хаҡлы рәүештә ғорурлыҡ тойғолары, киләһе көнгә ышаныс тыуҙыра. Унда халҡыбыҙҙың рухи мираҫы һәм традицияларына тәрән ихтирам, тыуған республикабыҙға һәм уның һоҡланғыс кешеләренә һөйөү сағыла.
Мәртәбәле байрам көнөндә барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, тыныслыҡ, татыулыҡ, бәхет һәм һәр изге эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!— тине ул.
Артабан һүҙ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының агросәнәғәт комплексы һәм урман хужалығы департаменты директоры Светлана Беловаға бирелде. Ул архангелдәрҙе республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән ҡотлап, изге теләктәр еткерҙе. Тәбрик һүҙҙәренән һуң, Илшат Нәжмитдин улы муниципаль район хакимиәте һәм Советы исеменән төрлө өлкәләрҙә тырышып, намыҫлы тир түккән яҡташтарыбыҙҙың һөҙөмтәле хеҙмәттәрен юғары баһалап, Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Байрамдың икенсе өлөшөндә район мәҙәниәт йорто һәм Балалар ижады мәктәбе хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән концерт номерҙары аяҙ көнгә тағы ла сағыу биҙәк өҫтәне. Йәрминкә лә гөрләп торҙо. Нимә генә булманы унда! Милли аш-һыу, һөт аҙыҡтары, төрлө ҡул эштәре, биҙәүестәр һәм башҡалар. Ҡыҫҡаһы, тамашаға килгән һәр кем файҙалы һәм күңелле ял итте.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: