Инйәр
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
16 Октябрь 2020, 12:33

Мәңге онотолмаҫ яугирҙар

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 75 йыл үтеп китеүгә ҡарамаҫтан, һуғыш яралары һаман да һыҙлай, күңел яралары тынғылыҡ бирмәй. Беҙҙең яҡты тормош, аяҙ күк өсөн үҙ йәндәрен, тәндәрен фиҙа ҡылып яу ҡырынан күптәр тыуған иленә кире әйләнеп ҡайта алманы.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 75 йыл үтеп китеүгә ҡарамаҫтан, һуғыш яралары һаман да һыҙлай, күңел яралары тынғылыҡ бирмәй. Беҙҙең яҡты тормош, аяҙ күк өсөн үҙ йәндәрен, тәндәрен фиҙа ҡылып яу ҡырынан күптәр тыуған иленә кире әйләнеп ҡайта алманы.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдан-йыл алыҫлаша бара, ләкин уның шаңдауы кешеләргә әле лә тынғылыҡ бирмәй. Ул йылдарҙа күргән ауырлыҡтарҙы һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре бөгөн дә онотмай. Ошо ауыр көндәр тураһында һәр бала белһен өсөн күпме китаптар яҙылған, кинофильмдар төшөрөлгән. Тыуған илебеҙ өсөн ҡорбан булған һалдаттарҙы беҙ белергә, уларҙың батырлыҡтары менән ғорурланырға тейешбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышында һәр бер ғаилә кешеһе ҡатнаша. Ҡайһы ғаиләләрҙә бөтә ир- аттар ҙа һуғышҡа китеп бөтә. Еңеү көндәрен бик әҙҙәре генә күрә ала. Күпме ваҡыт үтһә лә беҙ уларҙың батырлыҡтары тураһында онотмайбыҙ. Геройҙар алдында баш эйәбеҙ. Уларҙың батырлыҡтары тураһында башҡаларға ла һөйләйбеҙ, иҫкә алабыҙ.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан районда тағы ла ике һәйкәлдең барлыҡҡа килеүе икеләтә ҡыуаныслы. Уҫаҡлы һәм Муллаҡай ауылында төҙөлгән мөһим объекттарҙы асыуҙа район хакимиәте башлығы Илшат Әминев, район Советы депутаттары, Баҡалды, Арх-Латыш ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, ауыл халҡы, шулай уҡ республиканың төрлө төбәктәрендә йәшәгән яҡташтар ҡатнашты.
Бөйөк Ватан һуғышы миллионлаған кеше күңелендә юйылмаҫ тәрән эҙ ҡалдырҙы. Ғөмүмән ата-бабаларыбыҙҙың, өләйсәйҙәребеҙҙең рухи көсөнә, ныҡлығына, сыҙамлығына, үҙ иленең патриоты булыуына һоҡланыу хисе биләп ала күңелде. Һуғыш тамамланыуға 75 йыл үтһә лә, бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: