Инйәр
+4 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән...
14 Октябрь 2020, 13:21
Һыулы булдыҡ!
Максим Горький фельдшер-акушерлыҡ пунктында ниһайәт байтаҡ йылдар һауала эленеп торған мәсьәлә сиселде.
“Аныҡ эштәр” программаһы буйынса бина эсенә һыу үткәрелде. Арх-Латыш ауыл биләмәһе хакимиәте заказы буйынса “Водник” ойошмаһы ысын эш башҡарҙы. Биләмә башлығы Альберт Ибәтуллиндың тырышлығы, ныҡышмалығы тураһында әйтеп китмәү мөмкин түгел. Талапсан етәксе беҙҙең мөрәжәғәтебеҙҙе ишеткәс тә уны тормошҡа ашырыу юлдарын тапты.
Был беҙҙең өсөн оло шатлыҡ. Бигерәк тә йыйыштырыусы Зөһрә Бәширова бик ҡыуанды, сөнки ул быға тиклем һыуҙы көн һайын йөрөп ташый ине. Ә хәҙер рәхәтләнеп йылы һыу менән тотонабыҙ.
Ауылдаштарыбыҙ Фәймә Нәзирова менән Таһир Бәширов та ҙур ярҙам күрһәтте. Урындағы эшҡыуар Ф. Нәзирова һыуыҡтар башланыу менән тәҙрәләрҙе йылытыр өсөн төҙөлөш күбеге бирҙе, шулай уҡ ул беҙҙе даими рәүештә ҡағыҙҙар менән дә тәьмин итеп тора. Ә балта оҫтаһы Таһир Бәҙретдин улы тәҙрә рамдарын төҙәтеп, ҡатлап ҡуйҙы. Уларға оло рәхмәт. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай!
Гөлгөнә Хисмәтуллина,
Максим Горький ауылы фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Март , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Март , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Март , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Март , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"