Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
14 Октябрь 2020, 18:06

Уҡытыусы — яҡты ҡояш, тылсым тулы нурҙары...

Уҡытыусылар көнө — мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы. СССР-ҙа 1965 йылдан рәсми байрам итәлә.

Уҡытыусы һөнәре – ауыр, яуаплы, иң изге һәм мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе тип һанала. Халыҡ араһында яғымлы, изге күңелле, балалар менән уртаҡ тел таба белгәндәр генә ошо һөнәрҙе һайлайҙыр, тигән фекер йөрөтөлә. Ысынлап та, кешелектең барлыҡ яҡшы сифаттары, уҡытыусы күңелендә урын алғандыр. Уҡытыусы — донъяла иң ғәҙел, иң күркәм, иң гүзәл һәм иң сабыр зат. Был һүҙҙә күпме мәғәнә, күпме аң, күпме балаларға булған мөхәббәт хистәре тупланған. Тормошто алға этәреүсе, донъяға матурлыҡ өҫтәүсе, аҡыл менән бәләкәй генә сабыйҙарҙан шәхес үҫтереүсе, тәрбиәләүсе, шул уҡ ваҡытта тормоштоң беренсе һалҡын бурандарынан, көҙҙөң әсе елдәренән һаҡлаусы һәм оло тормошҡа юл күрһәтеүсе бөйөк кеше ул.
Яңыраҡ ҡына октябрҙең ҡояшлы, сыуаҡ көнөндә районыбыҙҙың барлыҡ белем һәм тәрбиә биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең, мәғариф ветерандарының һөнәри байрамдары үтте. Ғәҙәттәгесә күркәм тантана һәр ваҡыт йылылыҡ һәм рәхмәт һүҙҙәренә йомарт. Билдәләнгән сәғәттә алдынғы мәғариф хеҙмәткәрҙәре район хакимиәте йортоноң тамаша залына йыйылды. Күркәм сараны район хакимиәте башлығы Илшат Әминев тәбрикләү һүҙҙәре менән асып ебәрҙе.
— Һеҙҙең барығыҙҙы ла һөнәри байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайым. Уҡытыусылар көнө — илебеҙҙең иң яҡты һәм изге сараларының береһе. Һеҙ халыҡ һөйөүен, хөрмәтен, ышанысын намыҫлы, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ менән яулап алғанһығыҙ. Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ йөрәк түрендә ауырлыҡтар алдында еңелмәй алға әйҙәгән, ямандан яҡшыны айырырға өйрәткән, үҙ-үҙеңә ышанырға саҡырған остаздары тураһында хәтирәләр һаҡлай. Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар булмаһын һеҙ һәр ваҡыт түҙемле, йомарт һәм киң күңелле булып ҡалаһығыҙ,— тип кешелеккә белем һәм тәрбиә биреүселәргә йылы теләктәрен еткерҙе.
Артабан абруйлы мәғариф хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Мәғариф өлкәһендә оҙайлы һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн “Рәсәй Федерацияһының Маҡтаулы мәғариф хеҙмәткәре” тигән күкрәк билдәһе Тирәкле мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлмира Рафаил ҡыҙы Баһауетдиноваға тапшырылды. 2-се Архангел мәктәбенән О.В. Губачева РФ Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙына, 2-се Архангел мәктәбенең математика уҡытыусыһы Н. Ю. Тимакова, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Е.В.Гурьяновская БР Мәғариф министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды. БР Халыҡтар ассамблеяһы төбәк ойошмаһынан Аҙау мәктәбе директоры Р.Ш.Сөләймәноваға һәм район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Л.Т.Сәйғафароваға халыҡтар дуҫлығын, тыныслығын нығытыуҙағы ҡаҙаныштары өсөн рәхмәт белдерелде.
Шулай уҡ уҡытыу-тәрбиә эшендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән башҡа уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр ҙә район Советының һәм хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары, бер төркөм мәғариф алдынғылары район мәғариф бүлегенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: