Инйәр
+16 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
14 Октября 2020, 10:00
Тирәкле мәктәбендә һаулык көнө
Сентябрь айының матур бер иртәһендә Тирәкле мәктәбенең тирә-яғы балаларҙың шат тауышына күмелде!
"Һаулыҡ көнө" сараһына уҡыусылар яйлап график буйынса йыйылды. Байрам, класс етәкселәре тарафынан термометрия алынып, бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәп, башланды.
Иң тәүҙә дөйөм теҙелеп, күңелле музыка тулҡынында иртәнге зарядка уҙғарылды, аҙаҡтан уҡыусылар йүгереү (кросс) буйынса көс һынашты.
Уҡыусыларҙы класс етәкселәре төрлө туҡталыштарҙа көттө: “Кем етеҙерәк”, “Кем беренсе”, “Һаҡ бул,газ”, “Кем күберәк йыр белә”, “Мәргән уҡсы”, “Оҙонлоҡҡа һикереү”.
“Мәргән уҡсы” туҡталышы бигерәк тә иң ҡыҙығы үтте. Малайҙар һәм ҡыҙҙар уҡтан атып, үҙҙәренең мәргәнлеген тикшерҙе. Беҙҙә ҡунаҡта “Уҡтан оҫта атыусы” клубының ағзалары Флюз Хәсәнов менән Марат Фазылов ағайҙар булдылар. Улар оҫталыҡ дәресе лә күрһәтте, һорауҙарға яуап бирҙе.
Һаулыҡ көнө барыбыҙға ла бик оҡшаны. Саранан көс-дәрт, яҡшы кәйеф алып таралыштыҡ.
Гөлнара Фәйрүзова.
Тирәкле урта мәктәбе.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"