Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
14 Октябрь 2020, 17:50

Кескәйҙәр ҡыуанды

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров:— Балалар баҡсаларында башҡорт теле дәрестәрен булдырыу тураһында ныҡлап уйларға кәрәк.

Әлеге ваҡытта төрлө мобиль ҡушымталар, интерактив уйындар бар, кескәйҙәргә бик ҡыҙыҡ булыр ине тип уйлайым.
Әсә телендә тәрбиәләнгән бала ғына, үҙ халҡының әхлаҡ ҡанундарын ҡабул итеп, милләтенә, уның теленә һәм ғөрөф – ғәҙәттәренә ысын мәғәнәһендә ихтирамлы була ала. Шуға күрә балалар баҡсаһында өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып телмәр үҫтереү һанала.
Бөгөнгө көндә башҡорт телен уҡытыу, өйрәтеү, телмәр үҫтереү барышы ҙур үҙгәрештәр кисерә. Ошоларҙан сығып уҡытыусылар, тәрбиәселәр алдында яуаплы һәм әһәмиәтле бурыстар тора. Беренсеһе, туған телебеҙҙе һаҡлау булһа, икенсенән, балаларҙа телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙарын бөтөрмәй, киреһенсә уны көсәйтеү иҫәпләнә. Әлбиттә, ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн һөнәри оҫталыҡ, сабырлыҡ һәм юғары технологиялар менән тәьмин ителеү кәрәк, сөнки бөгөн башҡорт теле дәрестәрендә инновацион технологиялар ҡулланыу бик актуаль һәм күп яҡлы.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса махсус гранты нигеҙендә “Баштой” яуаплығы сикләнгән һәм “Маҡсат” коммерция булмаған автоном ойошмалары берлектә башҡорт телендә планшеттар һәм смартфондар сығара. Улар республика балалар баҡсаларының башҡорт төркөмдәренә бүләк ителә.
Райондың “Тирмәкәй”, “Әкиәт” һәм Абҙан, Аҙау, Оҙондар, Айытмәмбәт ауылдары балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәренә лә ошондай файҙалы һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Гөлшат Ғабдулхаева,
район мәғариф бүлегенең мәктәпкәсә белем биреү бүлеге методисы.
Читайте нас: