Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
14 Октябрь 2020, 14:47

Халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә

Благовещенка ауыл биләмәһендә лә аҙна һайын “Таҙалыҡ сәғәте” акцияһы ойошторолоп тора.

Был саранан тыш, кешеләр ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре менән берлектә тирә-яҡты төҙөкләндереү эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Оло юл буйҙары әлегә тиклем ҡый үләндәренән, сүп-сарҙарҙан таҙартыла, ихата кәртәләре алмаштырыла, ғөмүмән, халыҡ йәшәгән ерҙәрендә уңайлы шарттар, матурлыҡ тыуҙырырға тырыша, тәртип һаҡлай. Үткән аҙна Благовещенка ауылына ингән ерҙә ағастар ултыртыу өсөн бүленгән ер ҡороған сыбыҡ-сабыҡтан, ҡый үләндәренән таҙартылды. Асы ауылы янындағы Асы шишмәһенең тирә-яғы йыйыштырылды. Шулай уҡ Инйәр йылғаһының яр буйҙары ипкә килтерелде.
Яңы Шишмә ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктында төҙөлөш эштәре тамамланыуға бара. Уның асылыуы урындағы халыҡ өсөн шатлыҡлы ваҡиға буласаҡ.
Һәр ауылда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу майҙансыҡтар эшләй. Сүп-сар сығарылғандан һуң, эргә-тирәһе йыйыштырылып тора. Халыҡҡа ҡаты-көнкүреш ҡалдыҡтарына ҡарамаған башҡа сүптәрҙе (төҙөлөш, үҫемлек ҡалдыҡтары, ағас һәм башҡаларҙы) бындай контейнерҙарға һалырға ярамау хаҡында мәғлүмәт еткерелгән. Майҙансыҡтар янында ошо турала яҙыу эленеп тора. Ауыл биләмәһе хакимиәте мөһим мәсьәләләрҙе хәл иткәндә һәр саҡ халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә ҡалырға тырыша.
Илдар Әбрәфиҡов,
Благовещенка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы.
Читайте нас: