Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
14 Октябрь 2020, 18:14

Хәүефһеҙлек талаптарын аңлатыу

Тәүәкәс ауыл биләмәһендә көҙгө һәм ҡышҡы осорға янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеү буйынса профилактик саралар башланған.

— Ҡаза менән көрәшеүҙең иң һөҙөмтәле ысулы — кешеләргә хәүефһеҙлек талаптарын аңлатыу. Шуға күрә көндәр һалҡынайтыу менән биләмәгә ҡараған ауылдарҙа йорт һайын йөрөп халыҡҡа хәүефһеҙлек талаптарын иҫкәртәбеҙ. Төп иғтибарҙы күп балалы ғаиләләргә, яңғыҙ йәшәгән оло йәштәгеләргә, ауыр тормош хәлендә ҡалыусыларға бүләбеҙ. Мейес торбаларының торошон, йылытыу ҡоролмаларының төҙөклөгөн, электр селтәрҙәрен тикшерәбеҙ, махсус иҫкәртмә ҡағыҙҙарын таратабыҙ.
Торлаҡ йорттарға янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ҡуйыу айырым контролгә алынған. Ошо сәбәпле лә, хәүефһеҙлек талаптарын күҙәтеү-күҙәтелмәүен тикшереү, асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү маҡсатында даими рейдтар үтеп тора. Рейд мәлендә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмаларҙың батарейкаларын яңыһына алаштырып тороу, улар һатылған магазиндарҙың адрестары тураһында ла мәғлүмәт еткерәбеҙ.
Йома һайын “Таҙалыҡ сәғәте” уҙғарыла. Йылға, оло юл буйҙары даими рәүештә таҙартыла. Сүп контейнерҙарының майҙансыҡтары ла һәр ваҡыт йыйыштырыла,— тип эш барышы менән таныштырып үтте ауыл биләмәһе хакимиәте идарасыһы Венера Усманова.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: