Инйәр
+6 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән...
30 Сентября 2020, 06:41
“Өфөнән һөйөү менән – 2” фильмын төшөрәләр
Билдәле башҡорт режиссеры Айнур Асҡаров бынан өс йыл элек кино һөйөүселәрҙе “Өфөнән һөйөү менән" исемле тулы метражлы картинаһы менән ҡыуандырғайны.
Фильм ысын мәғәнәһендә башҡорт кинематографына яңы һулыш өрҙө – ул прокатҡа сыҡҡас, кинотеатрҙарҙа урын булманы, кемдер картинаны маҡтаны, ә кемдәлер ул хатта кире тойғолар тыуҙырҙы. Һәр хәлдә, битарафтар юҡ ине.
Ошо көндәрҙә “Асҡарфильм” киностудияһы “Өфөнән һөйөү менән – 2” киноһы өҫтөндә эш башланыуын хәбәр иттте. Күптәрҙә, әлбиттә, тәүге фильмдағы тарих дауам ителерме, тигән һорау тыуҙы.
“Яңы фильм – роадмуви жанрына ҡараған комедия. Ул күп балалы ғаилә, ғаилә ҡиммәттәре, үҙ-ара мөнәсәбәттәр, мөхәббәт хаҡында буласаҡ.
Фильмдың оҙаҡ ҡына эш өҫтөндәге исеме “Өфөнән һөйөү менән – 2” булып ҡала килде, әммә уның тәүге фильм менән бер уртаҡлығы ла юҡ. Картина прокатҡа “Йыл ғаиләһе” исеме аҫтында сығыр моғайын”, – тиелә киностудияның Инстаграмдағы рәсми аккаунтында.
Әлеге мәлдә фильм төшөрөүгә әҙерлектәр бара, команда актерҙар йыйыу менән мәшғүл.
Фото: Инстаграм
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"