Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
29 Сентябрь 2020, 14:47

Киҙеүгә ҡаршы вакцина яһатыуҙа ете кәңәш

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 440 мең самаһы кешегә киҙеүҙән (грипп) прививка яһалған. Был халыҡтың 11 процентына яҡынын тәшкил итә. Кемдәр эшләтеп өлгөрмәгән, улар ҙа тиҙ арала сараға ҡушылһын ине. Әлегә иһә иң популяр һорауҙарға яуаптар бирәбеҙ.

1.Кемгә был прививканы яһатыу мөһим?
Киҙеү (грипп) менән һәр кем ауырып китеүе ихтимал, әммә ҡайһы бер кешеләргә был хәүеф нығыраҡ янай. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы был йәһәттән оло кешеләргә, балаларға, ауырлы ҡатындарға һәм сәләмәтлеге менән проблемалары булған кешеләргә айырыуса иғтибар кәрәк, тип белдерә һәм уларҙы тәү сиратта вакцина эшләтергә саҡыра. Тап ошо төркөмгә ҡараған кешеләр киҙеүҙең (грипп) ҡатмарлашып китеүенә дусар булыуы ихтимал. Шуға ла күпселек илдәрҙә телгә алынған төркөм кешеләрен тәүгеләрҙән вакцинациялайҙар. Унан тыш, киҙеүҙән прививканы медицина хеҙмәткәрҙәре лә мотлаҡ яһатырға тейеш. Был үҙҙәренең һәм башҡаларҙың һаулығы өсөн кәрәк.
2.Киҙеү (грипп) ысынлап шул тиклем ҡурҡынысмы?
Киҙеү (грипп) кешенең хәлен бик ауырлаштырыуы, хатта үлемгә алып килеүе ихтимал. Бигерәк тә был өҫтә телгә алынған категорияға ҡараған кешеләргә ҡағыла.
Йыл һайын донъяла 65 йәштән өлкәнерәк 60 000 кеше ошо сирҙән вафат була. Ә күпселек илдәрҙә вакцинациялау кимәле бик түбән булыуын иҫәпкә алғанда, йыл һайын, көҙгө-ҡышҡы миҙгел етеү менән, хәүеф төркөмөнә ҡараған кешеләр араһында үлем осраҡтары йышая.
3.Вакцина ни тиклем һөҙөмтәле?
Киҙеүгә ҡаршы вакцина яһау – был сирҙе иҫкәртеү, уның ҡатмарлашҡан осраҡтарын булдырмау, кешеләрҙе үлемдән һаҡлап ҡалыу өсөн булған иң һөҙөмтәле алымдарҙың береһе.
Вакцинаның һөҙөмтәлелеге төрлө йылдарҙа төрлөсә булыуы ихтимал: был ғәмәлдәге вирустың төрөнә һәм уның вакцина компоненттарына тура килеүенә бәйле. Унан тыш, прививканың һөҙөмтәлелеге вакцина эшләгән кешенең һаулыҡ торошона, вакцина яһатҡандан һуң күпме ваҡыт үтеүенә бәйле.
Дөйөм алғанда, вакцина 18–64 йәштәге сәләмәт өлкәндәрҙең 60 процентының ошо сирҙе йоҡтороу ихтималлығын иҫкәртә. Прививка тәьҫире уны эшләгәндән һуң уртаса ике аҙнанан һуң башлана.
4. Вакцина киҙеү (грипп) тыуҙыра аламы?
Инъекция ауырыу булдырмай, был мөмкин дә түгел, сөнки вакцинала тере вирус юҡ.
5.Ни өсөн һәр көҙ-ҡыш миҙгелендә вакцина яһатыу мотлаҡ?
Сир вирустары һәр саҡ мутацияға дусар һәм йыл һайын төрлө штаммдар йөрөй. Унан тыш, ваҡыт үтеү менән вакцинациялауҙың иммунитеты түбәнәйә. Йыл һайын киҙеүгә ҡаршы миҙгел вакциналарының составы яңыртылып тора, был да прививка һөҙөмтәлерәк булһын өсөн эшләнә.
6.Киҙеүҙән (грипп) прививка яһатырға әле һуң түгелме?
Вакцинаны киҙеү миҙгеле башланғанға тиклем яһатыу отошло. Ғәҙәттә, халыҡты вакцинациялау октябрь һәм ноябрь айҙарында, вирус ныҡлап таралғанға тиклем эшләнә. Әммә прививка яһатыу бер ваҡытта ла һуң түгел, хатта вирус әйләнештә булмағанда ла.
7.Вакцина ни тиклем хәүефһеҙ?
Киҙеүгә (грипп) ҡаршы миҙгел вакцинаһы 50 йылдан ашыу ҡулланыла. Уны миллионлаған кешегә эшләйҙәр, хәүефһеҙлеге ваҡыт тарафынан һыналған.
Йыл һайын яңыртылған вакцинаны төрлө кимәлдә ентекле тикшерәләр, унан ғына лицензия бирәләр.
Фото: mordovmedia.ru
Читайте нас: