Һәр кемдең үҙ тарихы, үҙ шатлыҡ-үкенестәре, кемгәлер битараф ҡалыуҙар, йәшәү мәғәнәһе бар.
Тирәкле ауылының хөрмәтле ил инәләре, аҡһаҡалдары урында ғына түгел, ә райондан ситтә лә билдәле. Хәлиҙә Йомаҙил ҡыҙы Шәрәфетдинова шундай аҡыллы, рухлы яҡташтарыбыҙҙың береһе.
Яғымлы тауышлы, һәр саҡ йылмайып торған, мөләйем йөҙлө, сабыр холоҡло Хәлиҙә әбей менән ултырып һөйләшеүҙәре үҙе бер ғүмер. Мин уның менән байтаҡ йылдар таныш һәм ошо ике тиҫтәнән артыҡ ваҡытта был ағинәйҙе тик изге, киң күңелле, яҡшы кеше булараҡ беләм.
Алыҫ 1936 йылда Тирәкле ауылы егете Йомаҙил Шәйбәков күрше ҡыҙын, Сания Хажиеваны урлап алып ҡайта. Быға тиклем йәштәр осрашмайҙар. Сания көн дә урамдан һыбай үтеп киткән оҙон буйлы, сибәр Йомаҙилға һоҡланып ҡарап ҡалыр булған. Һөйгәненең шундай ҡыйыу аҙым яһауы тураһында уйлап та бирмәй ул. Шым ғына бер-береһенә күҙҙәре төшөп йөрөгән йәштәр ошо ваҡиғанан һуң, пар күгәрсендәр кеүек йәшәп китә. 1937 йылда оло ҡыҙҙары Таибә, унан улдары тыуа, ләкин бәләкәй көйөнсә вафат була. 1941 йылда Сания өсөнсө балаға буйға ҡала.
Июнь айының матур көндәре. Шәйбәковтар һәүетемсә генә донъя көтө. Көҙгә ҡарай тағы бәпес алып ҡайтабыҙ, тип дәртләнеп йөрөй йәш ир менән ҡатын. Ләкин шатлыҡлы, яҡты өмөттәрҙе Германия тарафтарынан килгән ҡара болот ялмап ала. Йомаҙил биш айлыҡ ауырлы ҡатынын һәм дүрт йәшлек кенә ҡыҙын ҡалдырып башҡа ирҙәр менән һуғышҡа алына.
Ауылда ҡалған ҡатын-ҡыҙҙың, ҡарт-ҡороноң, бала-сағаның артабанғы яҙмышы барлыҡ совет халҡыныҡы кеүек аслыҡта- яланғаслыҡта, ауыр хеҙмәттә, һағыш-ҡайғыла үтә.
Сания сентябрь айының сыуаҡ көнөндә ҡыҙ бала таба. Фронтҡа хат яҙа һәм һөйгәненән тилмереп яуап көтә. Ҡатын балаға исем ҡушмай тора, сөнки бәпескә исемде атай кеше яҙып ебәрергә тейеш була.
Ә был ваҡытта ир-уҙаман Смоленск янында фашист илбаҫарҙары менән ҡаты бәрелештәрҙең иң ҡыҙыу нөктәһендә алыша. Снарядтар тегендә лә бында шартлап һалдаттарҙы ер менән ҡаплап ҡына тора. Тыуған ауылында шарт-шорт һалабаш һуғыуҙы башҡарған Йомаҙил: “Эх, егеттәр, һалабаштың иң шәп еренә эләктек бит!”-тип әйтә икән ауылдаштарына.
Ай самаһы ваҡыт үтә. Ике сабыйының мөлдөрәп уға ҡарап тороуҙары инде сабырлығы бөтә яҙған әсәгә артабан йәшәргә ҡеүәт бирә һәм ул “бөтәһе лә яҡшы буласаҡ”, тип алға ынтыла. Бәләкәй ҡыҙына бер ай ҙа ун бер көн тулды тигәндә Тирәклегә иң беренсе “похоронка” килә… Кемгә икән?! Ҡәһәрле һуғыш кемде атайһыҙ, улһыҙ, ирһеҙ ҡалдырҙы икән?! Барса халыҡ ауыл советы эргәһенә йыйыла. Бына ауыр тынлыҡты боҙоп хөкөм сығарыла. “Шәйбәков Йомаҙил Фәхрислам улы Смоленск алышында батырҙарса һәләк булды”. Бер ҡулына бәпесен күтәргән, икенсеһе менән Таибәһен етәкләгән Сания ҡамыр кеүек ишелеп төшә…
Йомаҙил менән һуғыштың тәүге көндәренән үк бергә көрәшкән ауылдашы Зәйнулла Йоламанов бер аҙҙан хат аша ауылдашының һуңғы высаятын еткерә: “Үҙем ҡайтып етә алмаһам, бәпесемә Хәлиҙә тип исем ҡушһындар”. Шулай итеп, Хәлиҙә атаһының һуңғы теләге була.
Ауыр ҡайғыларҙы, һағыш утын колхоз эштәре, ғаилә мәшәҡәттәре менән баҫа әсә кеше. Имсәк балаһын әсәһе Сәлихә әбейгә ҡалдырып, башҡаларҙан ҡалмай колхоз эшенә егелә. Түштәре һөттән ташып һыҙлай, ғәзиз балаһының асығыуын уйлап, йәшләй генә тол ҡалыуынан йәне әсетеп һыҡраған ҡатын тешен ҡыҫып түҙә, сөнки был заманда берәү ҙә һине йәлләмәй, йәлләһә лә яҙмышты үҙәгәртеп, үткәндәрҙе ҡайтарып булмай.
29 йәшендә ирһеҙ ҡалған Санияны һоратыусылар күп була. Һөйгәненең һәләк булыуын белһә лә, йөрәге ысынбарлыҡты ҡабул итергә теләмәй. “Атайығыҙ бына-бына ҡайтып керер кеүек. Ул иҫән, көтәм әле…” тип ғүмер буйы һөйгәненә тоғро ҡала ул. Олоғайғас та Йомаҙилы тураһындағы хәтирәләрҙе ейән-ейәнсәрҙәренә һөйләү уның яратҡан ғәҙәтенә әйләнә.
Хәлиҙә апаһына ҡарағанда саяраҡ та, эшкә ауаныраҡ та булып үҫә. Ете-һигеҙ йәшендә әсәһенә ярҙам булһын, өҫтәп “трудодень” яҙылыр тип колхоз эшенә йөрөй башлай. Нәҙек кенә ҡулдарына ҡалын бейәләй кейеп, үткер бысағын алып иген баҫыуын уташа. Ҡаты, сәнскеле билсәнде бысағы менән былай- алай ғына сапҡылап үтә! Яланда тары башаҡтарының бөртөгөн дә ҡалдырмай сүпләү, урманда утын киҫеү, йыла һыҙырыуҙа тиҫтерҙәре менән бер ҡалмай булыша. Ауырлыҡтарға ҡарамай, үҙҙәренең һыйырҙарынан айырылмай Шәйбәковтар ғаиләһе. Йәй буйы әсәләре менән яйлап бесән әҙерләй, утынын да ташып ҡуялар. 12-13 йәштә Хәлиҙә әсәһе менән колхозға бесән сабышырға сыға.
— Иҫләйем, әсәйем миңә бәләкәй генә салғы яһатып алды. Ҡатындар алдан бара, ә мине үксәһен киҫтертеп ҡуймаһын тип артҡа ҡуялар. Шулай өйрәнеп киттем, аҙаҡ апайҙарҙан да шәберәк саба башланым. “Сания, был ҡыҙың донъя тотҡаһы”, — тип әйтә торғандар ине. Әсәйемде һәр саҡ йәлләнем. Шуға бер тотам да ҡалмай, уға еңелерәк булһын тип эшкә бергә йөрөнөм.
Тирәклелә ете класс бөткәндән һуң, ике йыл Абҙан мәктәбендә уҡыным. Апайым да, мин дә яҡшы белем алдыҡ. Артабан уҡыуымды дауам итеү теләге көслә булһа ла, әсәйемде яңғыҙын ҡалдырғы килмәй, ауылға ҡайттым. Мәктәп директоры Сауи Мәүлетдинов әллә нисә тапҡыр кире саҡырһа ла, ҡабаттан барманым. Шулай бик иртә колхоз эшенә бирелдем.
20 йәшендә ҡыҙ Тирәклегә киномеханик булып эшкә урынлашҡан Бәйес егете Фәрит менән таныша. Йәштәр араһында һөйөү уты ҡабына. Күп тә үтмәй Хәлиҙә йәшәгән йортҡа яусылар килә. Никах уҡытып, гөрләтеп туй яһағандан һуң, Шәрәфетдиновтар Тирәклелә төпләнергә тигән ҡарарға килә. Тормош иптәше лә үҙе кеүек егәрле, ҡатҡыл була. Ике тырыш донъя йөгөн бергәләп тартҡанға, эштәре лә һәр саҡ ыңғай бара, һөҙөмтәләре лә шатландыра. Бер-береһен һүҙһеҙ аңлап, хөрмәт итеп торған ата-әсә өс балаға: Рәзилә, Айбулат, Гөлнараға ғүмер бүләк итә. Фәрит Ибраһим улы районда иң беренселәрҙән булып крәҫтиән-фермер хужалығы эшен башлап ебәреүселәрҙән һанала. Был эште асыуҙа оло ҡыҙҙар Рәзилә ҙур ярҙам күрһәтә. Тейешле документтаҙы йыйнау, төрлө етәкселәр менән килешеүҙәр төҙөү, аҡса табыу һәм башҡа етди сараларҙы еренә еткереү уның тырышлығы арҡаһында башҡарыла. Хәлиҙә әбей менән Фәрит бабай бергә 50 йыл ғүмер итеп өлгөрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Фәрит Ибраһим улы күптән баҡыйлыҡта. Уның кәсебен бөгөн улы Айбулат алып бара.
Хәлиҙә әбей көслө рухлы, сабыр кеше. Уға һуңғы арала байтаҡ ҡыйынлыҡтар аша үтергә тура килде. Яратҡан балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәр саҡ янында булғанға ул һынманы, һикәлтәле тормош һуҡмағынан артабан ғорур атларға көс тапты.
— Был донъяла кешеләрҙән күңелең ҡайтмауы иң мөһимелер. Йәшәй-йәшәй бай тормош тәжрибәһе тупланым. Төрлө кешеләр, яҙмыштар менән осраштым. Ниндәй генә хәлдәр булһа ла һәр саҡ кешелек сифаттарымды юғалтманым. Асыҡ, киң күңелле, йомарт булып ҡалдым. Эштән дә ҡурҡманым. Шундай ҙур хужалығыбыҙҙа ҡулым менән һыйырҙар һауа инем. Һөт эшкәртеү, малдарҙы ҡарау, уларҙан башҡа ваҡ мәшәҡәттәр — барыһына ла өлгөрҙөм. Арыһам да, күңелем болоҡһоғанда ла йылмайҙым. Аллаһы Тәғәлә башҡаларға нимә теләйһең, үҙеңә лә шуны кире ҡайтара, ти. Шуға барыһына ла яҡшы теләктәр теләйем.
Биш ваҡыт намаҙға баҫҡанмын. Дини китаптар уҡыйым. Ваҡытлы матбуғатты ла алдырып барам, “Инйәр” гәзите менән “Ағиҙел” журналы иң яратҡандары.
Эшһеҙ тора алмайым. Аяҡтарым атлағанда баҡса ла тәрбиәләйем, һарыҡтар, ҡаҙҙар ҙа аҫрайым. Быйыл һигеҙ биҙрә картуф ултыртып, уны гөл кеүек тәрбиәләп, 91 биҙрә (иң эреләре) уңыш йыйып алдым әле. Ҡышҡылыҡҡа ҡыяр, помидорҙан һаман салаттар ябам, әллә нисә төрлө ҡайнатмалар эшләнем. Балаларыма, күршеләремә йыуаса итеп таратам.
Ҡыҙҙарым бер ваҡытта ла яңғыҙымды ҡалдырмай. Ғаиләләре менән килеп, хәлемде белеп, ярҙам итеп тора. Уларҙың уңыштарына, тәртипле, аҡыллы балалар тәрбиәләүҙәренә шатланып бөтә алмайым.
Данил улым әлеге мәлдә Мәскәү дәүләт университетының III, Рәсим Рәсәй дәүләт туризм һәм сервис университетында III, ә Айҙар Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетының II курс студенттары. Дания ҡыҙым күптән һөнәр алып, “Петролеум Аналистс Сейболт” акционерҙар ойошмаһында директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Улар минең ғорурлығым,- тип үҙ яҙмышы тураһында һөйләп ишеттерҙе Хәлиҙә Йомаҙил ҡыҙы.
Әйткәндәй, Хәлиҙә әбей ауылда иң әүҙем ағинәйҙәрҙең береһе. Ул урындағы “Йәнгүзәл” төркөмө ағзаһы. Башҡа үҙешмәкәр артистар менән районда һәм республика кимәлендә уҙғарылған сараларҙа ҡатнаша. Интернет селтәрҙәрендә аралашыуҙы үҙләштергән Хәлиҙә Йомаҙил ҡыҙы илдәге, республикалағы яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһына, туғандары, әхирәттәре менән хәбәрләшеп тора. Ғөмүмән, дәрте ташып торған ил инәһенең бошоноп, бойоғоп ултырырға һис ваҡыты юҡ!