Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
16 Сентябрь 2020, 18:04

Ҡыҙыл Еҙемдә эш гөрләй

“Экология” милли проекты буйынса Башҡортостанда айырыуса зарарлы биләмәләрҙә рекультивация үткәрелә.

. Шуны аңларға кәрәк, проектты тормошҡа ашырыу бик ҙур сығымдар талап итә. Мәҫәлән, бер сүплекте бөтөрөү генә бер нисә миллион һумға барып баҫа. Был эште бер көндә генә тамамлап булмай. Ул яйлап, системаға һалынып көйләнергә тейеш.
Ҡыҙыл Еҙем ауыл биләмәһендә Ҡыҙыл Еҙем, Ҡыҫынды, Зәйет һәм Кузнецовка ауылдарында дүрт сүплек ябылды. Уларҙың юҡ ителеүе эстетик һәм экологик яҡтан да бик яҡшы күренеш. Бөгөн биләмәгә ҡараған һәр ауылда сүп-сар контейнерҙары ҡуйылған майҙансыҡтар эшләй. Тик үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер кешеләр уларҙың тик ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн генә тәғәйенләнгәнен онота йәки белһә лә аш, төҙөлөш ҡалдыҡтарын, үлән, ағас-ҡыуаҡлыҡтарҙы шунда алып барып ташлай. Контейнерҙың эсендә урын булыуға ҡарамаҫтан, уның ситенә ырғытып китә. Бындай тәртипһеҙ күренештәр Ҡыҙыл Еҙем һәм Ҡыҫынды ауылдарында айырыуса ныҡ күренә.
Мағаш һәм Ҡыҙыл Еҙем араһындағы оло юлда соҡор ремонтлау эштәре тамамланды. Ҡыҫынды менән Зәйет юлдарында ла төҙөкләндереү саралары бара. Бында район ИКЦ-һының өс “КАМАЗ”-ы һәм бер “Грейдер”ы эшләй. Әйтергә кәрәк, улар үҙҙәренең бурыстарын сифатлы башҡара. Кузнецовка ауылының Красноярск урамында ҡырсынташ түшәлә.
Быйыл Ҡыҫынды ауылы халҡы граждандар йыйылышында урындағы быуаны таҙартып, төҙөкләндерергә кәрәк тигән тәҡдим менән сыҡҡан ине. Халыҡ был эште ситтән ярҙам көтмәй үҙ көстәре менән атҡарҙы. Ауыл биләмәһе хакимиәте тик техника, таш һәм яғыулыҡ менән генә тәьмин итте. Ҡыҫындылар йорт һайын аҡса йыйып, өмәләр ойоштороп, һыу ятҡылығын бынамын итеп таҙартып, сафҡа индерҙе. Был күмәк эште Рөстәм Абдуллин һәм Раушан Хажиәхмәтов етәкләне.
Йыл әйләнәһендә Мағаш ауылында урынлашҡан билдәле Касашка инешенең шифалы һыуын алырға тирә-яҡтан күп халыҡ килә. Тәбиғи урынды һәр саҡ тәртиптә тотоу, һаҡлау маҡсатынан шишмәне кәртәләп алырға кәрәк. Шул йәһәттән сығып, Магашта йәшәүсе ауыл депутаты Любовь Кожевникова хәйриә акция ойошторҙо. Теләгән һәр кеше хәленән килгәнсә билдәләнгән урынға аҡса һалып китә ала. Йыйылған аҡсаға кәрәкле төҙөлөш материалдары һатып алынасаҡ.
Зәйеттәр ҙә тик ятмай. Улар хәләл көстәре менән Ҡыҫынды йылғаһы аша күперҙе ипләне. Башҡа төҙөкләндереү сараларында ла әүҙем ҡатнашты.
Янғын хәүефһеҙле һәр саҡ төп иғтибарҙа. Ике ауылда— Мағаш һәм Ҡыҫындыла янғын сыҡҡан хәлдә һыу менән тәьмин итеү өсөн быуалар бар. Ҡыҙыл Еҙемдә ДЕПО-ла ремонт эшләнде, янғын һүдереү машинаһы һәр саҡ сафта.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: