Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
16 Сентябрь 2020, 18:25

Республикала иң яҡшы бүлек

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау юғары кимәлдә башҡарыла

Район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге сауҙа тармаҡтарында, йәмәғәт туҡланыуы һәм көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү өлкәләрендә ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлай, эшҡыуарлыҡта заман талаптарының үтәлешен контролдә тота. Уларҙың тырышлыҡтары арҡаһында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү республика программаһына ярашлы алып барыла, төрлө саралар ойошторола, шәхси консультациялар уҙғара. Ғөмүмән, ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау, район иҡтисадын көйләп, системаға индереүгә ҙур көс һала. Ә иң мөһиме, ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау өсөн һөҙөмтәле мөмкинлектәр булдырыуҙы һәм халыҡты сифатһыҙ тауарҙарҙан һаҡлау кимәлен арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты район хакимиәтенең иҡтисад бүлеген 2020 йылдың эш һөҙөмтәләре буйынса республикала иң яҡшы бүлек тип тапты. Ошо айҡанлы иҡтисад бүлеге начальнигы Виктор Пьянов БР сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты тарафынан Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.
Дилара Бәҙретдинова.
Автор фотоһы.
Читайте нас: