Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
16 Сентябрь 2020, 18:00

Районыбыҙҙың гәүһәр көҙгөһө

Ир-егеттәрҙең күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, ҡыйыу аҙымы һәм дәүләт наградалары балаларының уҡыуҙа, эштә, спортта һәм ижадта өлгәшкән юғары ҡаҙаныштары кеүек үк өҫтөнлөккә эйә.

Яҡташыбыҙға “Атай ҡаһарманлығы” маҡтаулы билдәһе бирелде
Илебеҙҙә әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡ мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленә. Ошо йәһәттән Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһын булдырҙы. Ул республикала атайҙар институтын нығытыуға йүнәлтелгән.
Йәмәғәт наградаһы менән балалар тәрбиәләгән, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм тергеҙеү өсөн шарттар тыуҙырған, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙар бүләкләнә.
Районыбыҙҙа көслө рухлы, намыҫлы, сабыр, тырыш атайҙар бихисап. Улар ғаилә тотҡаһы, тормош иптәштәренә ныҡлы таяныс, балалары өсөн юл күрһәтеүсе маяҡ булып тора.
Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Илшат Әминев тантаналы рәүештә, шундай ир-уҙамандарҙың береһе Рәшит Кәшбулла улы Усмановҡа “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһын тапшырҙы.
Рәшит Кәшбулла улы 1954 йылда Яңы Тимербай ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Һигеҙ бала атаһы Кәшбулла Лотфулла улы 1939-1940 йылдарҙа фин һуғышында ҡатнаша. Яу яланынан ауыр яралар менән ҡайта.
Урындағы мәктәпте тамамлағас, Рәшит ағай хәрби хеҙмәткә алына. Әрменән һуң Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә һәм зоотехник һөнәрен үҙләштерә. Артабан “Свердлов” исемендәге колхоз бөтөрөлгәнгә тиклем баш зоотехник вазифаһын башҡара. Эшләгән осорҙа ул үҙен юғары квалификациялы белгес, оҫта етәксе итеп күрһәтә. Фиҙаҡәр хеҙмәте бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары һәм башҡа наградалар менән билдәләнә.
2001 йылда хужалыҡ тарҡалғас, хаҡлы ялға сыҡҡансы газ участкаларын тәьмин итеү операторы булып эшләй.
Тормош иптәше Фәнизә Миңнулла ҡыҙы менән өс балаға ғүмер бүләк итеп, уларға лайыҡлы тәрбиә һәм белем бирә. Улдары Ирек ике юғары белемле, аспирантура бөткән. Бөгөн үҙе лә ул һәм ҡыҙ үҫтерә. Оло ҡыҙҙары Айгөл ике, ә кескәйҙәре Әлиә бер ҡыҙ бала тәрбиәләй.
Рәшит Кәшбулла улы Усманов ғәзиз балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә генә түгел, ә ауылдаштарына ла өлгө булған, тынғыһыҙ, эшкә сәмле, ауыл еренең ҡәҙерен белеп, хәләл көсө менән донъя көткән һәм шунан күңел йыуанысы алған ил ағаһы. Тап ана шундай ғаилә башлыҡтары районыбыҙҙың гәүһәр көҙгөһө лә инде!
Дилара Бәҙретдинова.
Гөлназ Фәтҡуллина фотоһы.
Читайте нас: