Ауырғазы күп профилле колледж нигеҙендә “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы дәүләт инженер-инспекторы — 2020” конкурсының икенсе этабы уҙҙы. Бәйгенең тәүге өлөшөн уңышлы үткән конкурсанттар алдағы һынауҙарҙа ҡатнашырға Архангел еренә йыйылды. Был да юҡтан ғына түгел, сөнки уҙған йыл ойошторолған бәйгелә яҡташыбыҙ, дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының баш инженер-инспекторы Сергей Палтусов еңеүгә лайыҡ булған ине. Ҡағиҙә булараҡ, сираттағы сара еңеүсе яғында ойошторола.
Мәртәбәле осрашыуҙы БР Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы Р.С.Ғәлимов асыҡ тип иғлан итте. Ул бындай сараның илдә тиҫтә йылдан ашыу тик Башҡортостанда ғына уҙғарылып килеүен һәм ярыштың һөнәри белемде, тәжрибәне арттырыу маҡсатында уҙғарылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Артабан район хакимиәте башлығы И.Н.Әминев ҡунаҡтарҙы, бәйгеселәрҙе тәбрикләп, муниципалитеттың эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, барыһына ла уңыш, яҡшы һөҙәмтәләр теләне.
БР Мәғариф министрлығының һөнәри белем биреү бүлеге начальнигы Г.М.Давыдова дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының һөнәри белем биреү учреждениелары менән тығыҙ бәйләнештә булыуын хупланы.
Бына, ниһайәт, үҙенсәлекле бәйге башланды. Бөтәһе 14 район һәм ҡаланан килгән инспекторҙар ғәҙел “алыш” майҙанына сыҡты. Конкурсты үҙенә күрә имтихан тип әйтергә мөмкин. Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре транспорт буйынса түгел, ә медицина һорауҙарына ла яуап бирҙе. Теория беренсе ярҙам күрһәтеүгә ҡағылды. Йәрәхәтләнгән кешегә нисек ярҙам итеүҙе һөйләп кенә ҡалмай, манекенда күрһәтте.
Артабан транспорт сараһы менән идара итә белеү, уның ҡағиҙәләренә бәйле тест үтелде. Инспекторҙар кәм тигәндә 25-30 секунд эсендә генә 8 һорауға яуап бирҙе.
Колледж автодромында бәйгеселәр практик белемдәрен һынаны. Техниканың төҙөклөгөнә улар тулы тикшереү үткәрҙе. Инспекторҙарҙы инспекторҙар үҙҙәре баһаланы. Люфтомер ҡоролмаһы менән мәҫәлән, нисек эш итә белеүҙе күрһәтеп, урында уҡ һөйләп аңлатты.
Башҡортостан дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының иң яҡшы инженер-инспектор конкурсында ҡатнашыусылар төрлө номинациялар буйынса билдәләнде. Уларға диплом, иҫтәлектәр бүләктәр тапшырылды. Ә инде еңеүсе исеменә идаралыҡтың Өфө районы буйынса сектор мөдире Рәсим Ҡаһарманов лайыҡ булды. Ул инспектор булып 2011 йылдан эшләй. Икенсе урынды Стәрлебаштан М.Р.Насыров менән Балаҡатайҙан В.А.Худяков уртаҡлашты. Өсөнсөгә — Баймаҡ районынан Б.М.Буранғолов, Миәкәнән — Р.А.Билалов һәм Яңауылдан Ф.Ф.Йәлилов сыҡты.
Башҡортостан дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы конкурсты ҡабул итеүсе Ауырғазы күп профилле колледжды ла яуапһыҙ ҡалдырманы. Уҡыу йортоноң матди-техник базаһын нығытыу өсөн биш комплект компьютер тапшырылды.