Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
16 Сентябрь 2020, 17:35

Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ

Алтаҡталарҙа хаталар бар әле…

Районыбыҙҙың ойошма-предприятиелары, сауҙа үҙәктәре, шәхси кабинеттар алтаҡталарында башҡорт телендәге яҙыуҙарҙа хаталар һаман да күҙәтелә. Бер нисә йыл дауамында иҫкәртелеп килеүгә ҡарамаҫтан, ҡайһы бер етәкселәр әллә вайымһыҙлыҡтары, әллә һанға һуҡмауҙары сәбәпле, хаталар ебәрә, берәүҙәр дөрөҫләп ҡуйһа, икенселәр бөтөнләй иғтибар итмәй, хаталы алтаҡталар һаман эленеп тора.
Хаталар бармаҡ менән төртөп күрһәтмәһәң дә, аныҡ беленә. Улар күңелдәрҙе ҡыра, туған телебеҙҙең бәҫен төшөрә, башҡорт теленең камиллығын юҡҡа сығара.
Беҙҙең иғтибарҙы район үҙәгендәге ҡайһы бер ойошма һәм предприятиеларҙың алтаҡталары йәлеп итте. Хөрмәтле райондаштар, яҙыуҙа хата ебәрмәҫ өсөн белгестәргә мөрәжәғәт итегеҙ. Улар һеҙгә хатаһыҙ, дөрөҫ итеп яҙырға ярҙам итер.
Башҡортса дөрөҫ яҙыу ул мәҙәниәтебеҙҙе, төп ерле халыҡҡа булған хөрмәтте, белемебеҙҙе күрһәтә.
Иҫкәртеүҙәр яҡшы һөҙөмтә бирер, буш һүҙ булып ҡалмаҫ, тип ышанабыҙ.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: