Инйәр
+13 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
16 Сентября 2020, 13:13
Ер ялҡауҙарҙы яратмай
Малсылыҡ тармағын киңәйтеү йәһәтенән…
Шакир ауылында кәрҫтиән-фермерлыҡ хужалығы менән байтаҡ йылдар шөғөлләнгән Ринат Ниғәмәтйәнов тағы ла яңы эш урындарын булдырыу, малсылыҡ эшен нығыраҡ үҫештереү маҡсатынан, район хакимиәтендә аҙна һайын уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә мөрәжәғәт итте.
Йылҡы, эре мөгөҙлө мал аҫрау, халыҡтан һөт йыйыу, мал аҙығы әҙерләү һәм башҡа кәрҫтиән эштәренә күнегеп, ошо мәшәҡәттәрҙән йәм тапҡан ир-уҙаман заман ҡаршылыҡтарынан бер ҙә ҡурҡмай. Уның һәр көнө арып-талып тир түгеүҙән ғибәрәт.
Район хакимиәте башлығы Илшат Әминев менән эшлекле осрашыуында Ринат Зәмфир улы үҙенең маҡсаттары менән таныштырҙы. Эшҡыуарҙы ентекле тыңлағандан һуң, ҡайһы бер һорауҙар айырым тикшерелде, кәңәштәр бирелде. Әңгәмә һуңында Р.Ниғәмәтйәновҡа тейешле ярҙам күрһәтергә, башланғысты күтәрергә тигән ҡарар сығарылды.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"