Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
16 Сентябрь 2020, 18:28

Беҙ ҙә ҡатнаштыҡ!

Милли кейем - милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, сәнғәтсән ҡеүәһен күрһәткән дәлил ул.

11 сентябрҙә Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнде. БР Мәҙәниәт министрлығы “Минең милли кейемем” исемле флешмоб иғлан итте. Унда үҙ халҡының тарихына, мәҙәниәтенә, йолаларына битараф булмаған яҡташтарыбыҙ әүҙем ҡатнашты.
Районыбыҙҙа был мәҙәни сарала ҡатнашыусылар байтаҡ булды. Олоһо ла, кесеһе лә төрлө милли кейемдәрҙә фотоға төшөп, үҙ рәсемдәрен интернет киңлектәренә һалды.
Архангел мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре лә флешмобҡа ихлас ҡушылды. Билдәләнгән көн гүзәл ханымдар эшкә милли биҙәүестәрҙә, кейемдәрҙә килде. Артабан башҡорт ҡатын-ҡыҙ костюмдырын кейеп, матур ҡашмауҙарҙа, һаҡалдарҙа фотоға төштөк.
Дилара Бәҙретдинова.
***
Архангель районы мәғариф учреждениеларында Милли кейем көнөнә арнап "Милли кейем - халҡым мираҫы" темаһына берҙәм асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре, класс сәғәттәре, мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу һәм флешмобтар ойошторолдо. Был күркәм сарала барыһы ла әүҙем ҡатнашты. Балалар ҙа, ололар ҙа унан бик ҡәнәғәт ҡалды.
Һәр халыҡтың милли йолаларын, кейемдәрен белеү рухи үҫештең бер сағылышы булып тора. Милли кейемдәрҙе тергеҙеү, уны өйрәнеү - әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау ул. Шуға күрә ошондай мәртәбәле байрамды һәр төбәктә уҙғарыу бик урынлы. Киләһе йылдарҙа ла әүҙемерәк булайыҡ, халҡыбыҙҙы һаҡлап ҡалыуҙа үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек!
Лена Садиҡова,
район мәғариф бүлеге методисы.
Читайте нас: