Инйәр
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
7 Сентябрь 2020, 17:11

Татыулыҡҡа тау ҙа ҡыҙыҡҡан

50 йыл бергә ғүмер иткән Абдуллиндар ғаиләһен тәбрикләп…

Приуралье ауылында йәшәүсе Ләлә Зәкәрейә ҡыҙы һәм Фәрит Баймырҙа улы Абдуллиндарҙың бергә тормош көтөүҙәренә 50 йыл тулып та киткән. Ярты быуат элек сәстәрен-сәскә бәйләп, тормош һуҡмағынан иңгә-иң терәшеп атлаған, матур, уңған ҡыҙҙар һәм ул тәрбиәләп, бөгөн ейән-ейәнсәрҙәренә лә ярҙам иткән ғаилә пары районыбыҙҙың ғорурлығы.
Юбилярҙарҙы ошо тантаналы көн менән ҡотларға тип Тәүәкәс ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фуат Аҫылғужин һәм ауыл биләмәһе идарасыһы Венера Усманова килде. Улар Абдуллиндарға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хатын һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы, изге теләктәрен еткерҙе.
Фәрит ағайҙың тыуған ере Силәбе өлкәһе Копейск ҡалаһы булһа ла, ул үҙенең кесе Ватаны итеп Архангелде һанай. Әсәһе Ғәлиә әбей тамырҙары менән Бәйес ауылыныҡы. Сит ерҙәрҙе үҙһенмәгән йәш ҡатын улына туғыҙ ғына ай булғанда кире тыуған яҡтарына ҡайта. Шулай итеп, Фәрит Баймырҙа улы Архангел егете булып китә.
Ләлә апайҙың тамырҙары Уҫаҡлыға барып тоташа. Хәмдиә инәй менән Зәкәрейә олатай бер ни тиклем ваҡыт ауылда йәшәгәндән һуң, Архангелгә килеп төпләнә. Балалары урындағы мәктәпкә йөрөй башлай. Ата-әсәгә бында эш яғынан да уңайлыраҡ була.
16 йәшендә Ләлә йәштәштәре менән Архангелдең иҫке клубына киске сеанстарға йөрөй башлай. Ул заманда һинд нәфис фильмдарын, ғөмүмән, оло залдан кино ҡарау иң яратҡан күренеш була. Сираттағы тамашаға килгәндә 24 йәшлек Фәрит сибәр ҡыҙ менән таныша. Баҡтиһәң, ул әллә ҡасандан бирле уны күҙләп йөрөгән имеш. Йәштәр шулай кис һайын осраша башлай.
Егет кеше кәләшенең бик йәш булыуына ҡарамаҫтан, яусы ебәрә. Мулла уларға никах уҡый, туйҙы ла оҙаҡҡа һуҙмайҙар. Йәштәр ике йылдан һуң, 1970 йылдың август айында Архангел ЗАГС-на барып ғариза яҙалар.
Оло ҡыҙҙары Гөлшат Архангелдә тыуа. Уртансылары Резеданы көткәндә, 1979 йылда йәш ғаилә Приуралье ауылына күсергә уйлай. Сөнки атай кеше бында тимер юлында эш башлай. Ул ваҡытта тимер юлының, Приуральеның саҡ тергеҙелә башлаған ғына сағы. Ауылда улар кеүек йәш ғаиләләр туп-тулы. Шулай дәртләнеп, яңы урында татыу донъя көтә башлай Абдуллиндар. Бер-бер артлы өсөнсө ҡыҙҙары Альбина һәм улдары Эдик тормошҡа ауаз һала.
Ләлә ханым ғүмер буйы почтала эшләй. Төндәрен станцияла туҡталған поездан посылкаларҙы ҡабул итә, уларҙы төркөмләп бүлә, иртән район үҙәгендәге почтаға оҙата. Тормош иптәше механик, өлкән механик вазифаһын башҡара, тимер юлсы һөнәренә тоғро ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хаҡлы ялға тиклем бер йыл ҡалғанда ҡыҫҡартыуға эләгә.
Ирле-ҡатынлы Абдуллиндар эштә үҙҙәрен бер ваҡытта ла һынатмай намыҫлы хеҙмәт итә. Етәкселәр ҙә улар тураһында тик маҡтау һүҙҙәре генә әйтә.
Бөгөн Ләлә Зәкәрейә ҡыҙы һәм Фәрит Баймырҙа улы бәхетле ҡартылыҡ кисерә. Ғаилә башлығы йорт ҡуяндарын аҫрай, баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә улар. Хужабикә ҡул эштәре менән булашырға ярата, тәмле ҡамыр аштарын бешереп, яҡындарын һөйөндөрә. Балалары, дүрт ейәне, биш ейәнсәрҙәре, бер бүләһе һәм бер бүләсәре һөйөклө кешеләрен үҙҙәренең уңыштары, изге эштәре менән шатландырып тора.
Татыулыҡҡа тау ҙа ҡыҙыҡҡан, тигән халыҡ мәҡәле бар. Алтын туйҙарын лайыҡлы ҡаршылаған ошондай татыу парҙарҙың тормошон йәштәргә өлгө итеп ҡуйырға ла була!
Дилара Бәҙретдинова.
Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: