Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
7 Сентябрь 2020, 17:26

Беслан фажиғәһе ҡабатланмаһын

16 йыл элек террористар Төнъяҡ Осетияның Беслан мәктәбенә һөжүм итә. Йылдар үтһә лә, йөрәк яралары уңалмай.

Йыл һайын Төнъяҡ Осетияның Беслан ҡалаһында теракт ҡорбандарын иҫкә алыу көндәре үткәрелә. Сара өс көн дауам итә. Иҫкә алырға килеүселәр, стеналарға элеп ҡуйылған фотоһүрәттәр алдына сәскәләр, йомшаҡ уйынсыҡтар һалалар,һыу менән тултырылған һауыттар тора. Бандиттар ҡулында ҡалған балалар бер йотом һыуһыҙ интегә. Мәктәптә матәм йыры яңғырай, ҡатын-ҡыҙҙар түгелеп илай...
2004 йылдың 1 сентябрендә, тантаналы линейка ваҡытында Бесландың 1-се һанлы мәктәбе ҡораллы террорсылар тарафынан баҫып алына. Ут өйөрмәһе яуҙырып, бандиттар барыһын да мәктәп бинаһына ҡыҫырыҡлап керетәләр. Олораҡтар ҡасып өлгөрә. Бәләкәй класс уҡыусылары, ата-әсәләр, уҡытыусылар — барыһы бер мең ике йөҙҙән ашыу кеше, террорсылар ҡулында ҡала. Террорсылар үҙҙәрен йыртҡыстарса тота. Өс көн дауамында балаларҙы ашатмай-эсермәй, шартлатҡыс тултырылған спортзалда ҡурҡытып тоталар.Террор һөҙөмтәһендә 334 кеше үлә (шуларҙың 180-дән күберәге балалар),783 кеше яралана. Был террорҙы ойоштороусылар — Шамил Басаев, Магамет Хашиев була. Беслан фажиғәһе — Бөтә Рәсәй фажиғәһе ул. Был “ҡара көндәрҙе”, Беслан ҡорбандарын, Беслан кешеләрен ҡотҡарыусы геройҙарыбыҙҙы оноторлоҡ түгел. Улар балаларға үҙҙәренең ғүмерҙәрен бүләк итте.
Илебеҙҙең күп төбәктәрендә шул иҫәптән республикабыҙҙа ошо көн айҡанлы төрлө саралар ойошторола, терроризм ҡорбандарын иҫкә алып шәмдәр яндырыла, һауаға аҡ күгәрсендәр осорола.
Беҙҙең районда ла 3 август эксремизм һәм терроризмды иҫкәртеү маҡсатынан “Беҙ тыныслыҡ яҡлы” тип аталған онлайн-флешмоб ойошторолдо. Унда мәктәп уҡыусылары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар әүҙем ҡатнашты.
Тыныс булһын илебеҙ. Һәр килгән көнгә шатланып йәшәйек, тырышып белем алайыҡ.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: