Инйәр
+11 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
7 Сентября 2020, 11:33
“Башҡортостан кешеләре” беҙҙә
“Башҡортостан кешеләре” проекты тураһында күптән ишетеп беләбеҙ. Республикабыҙҙың төрлө райондарында булып өлгөргән был проект, ниһайәт, беҙгә килеп етте.
“Башҡортостан кешеләре” проектының етәксеһе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты, билдәле радио һәм телевидение алып барыусыһы Инга Йомашева ошо көндәрҙә эш сәфәре менән районыбыҙға юл тотто.
Осрашыу мәлендә яҡташыбыҙ эшҡыуарҙар ойошмаһының вәкилдәре Илмира Хибәтова, Тимерғәли Уразғолов һәм Андрей Алейников менән әңгәмәләште, урындағы иҡтисади үҫеш менән ҡыҙыҡһынды. Артабан Орловка ауылында уҙғарылған “Ҡул буҫтауы”, “Биҙәкләп һуғыу төрҙәре” республика семинарҙарына йыйылған һәләтле ҡул оҫталары менән танышты.
Проекттың етәксеһе Инга Йомашева:
— Мәскәүҙә эшләй генә башлаған сағымда үҙебеҙҙең яҡташтарыбыҙҙы берләштергән тере, йәнле ойошма кәрәк тигән уй тыуҙы. “Башҡортостан кешеләре” республикабыҙҙан ситтә йәшәгәндәрҙе бергә туплай. Беҙ бында фекерҙәр менән алышабыҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Ғәмүмән, проекттың төп бурысы — яҡташтарыбыҙға файҙалы кәңәштәр биреү, өйрәтеү, тәжрибә менән уртаҡлашыу, терәк-таяныс булыу һәм әлбиттә, Башҡортостандың исемен күтәреү.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"