Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
3 Сентябрь 2020, 12:24

Юл билдәләре ҡуйыла

Тәүәкәс ауыл биләмәһендә хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ.

Шуларҙың береһе — биләмәгә ҡараған ауылдарҙа юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу маҡсатынан юл билдәләрен урынлаштырыу . Ошонан сығып, дөйөм 85 мең һум аҡсаға юл билдәләре һатып алынды һәм бөгөн уларҙы тейешле урындарға ҡуйыу бурысы тора.
Аҙна һайын “Таҙалыҡ көнө”акцияһында ҡатнашалар. Уның сиктәрендә оло юл буйҙары, сүп-сар контейнерҙары, магазин тирәләре һәм башҡа урындар тәртипкә килтерелә. Әйткәндәй, Тәүәкәс, Ғайфулла һәм Баҫыу-Тамағы ауылдарында сүп-сар контейнерҙары урынлашҡан майҙансыҡ һәм уның тирә-йүне сүп сығарылған һайын таҙартылып тора. “Таҙа яр буйы” сараһында әүҙем, һөҙөмтәле эш күрһәтелгән. Быйыл да һәр йылдағыса Инйәрҙә ял итеүселәр күп булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың байтаҡ өлөшө үҙ артынан оло сүплек эшләп китергә ярата. Ауыл китапханасыһы, мәҙәниәт йорто һәм ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәренең даими рәүештә ойоштороп торған рейдтарынан һуң йылға буйҙары таҙа, матур булып ҡала. Ошо рәүешле туған тәбәғәтебеҙҙе һаҡлауҙа оло эштәр башҡарыла.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең үтәлеше лә һәр ваҡыт көнүҙәктә. Оҙаҡламай һәр ихата һайын йөрөп янғынды иҫкәртеү ҡорамалдары тикшереләсәк, иҫкәртмәләр таратыласаҡ. Республика бюджетынан аҡса бүленгән хәлдә, Тәүәкәс ауылының Көньяҡ, Совет һәм Күл урамдарына ҡырсын таш түшәләсәк.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: