Инйәр
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
3 Сентябрь 2020, 13:27

Ғәҙәттәгесә уҡырға ине…

БР Башлығы Радий Хәбиров:— Иң ҙур мәктәптәрҙә хәҙер заманса стоматология кабинеттары бар. Уларҙа тәжрибәле теш табиптары эшләй.

Шуға күрә уҡыусыларға мөрәжәғәт итәм: стоматология кабинеттарына ҡурҡмай барығыҙ һәм мәктәпте тамамлағанда матур тештәрегеҙ менән йылмайып сығығыҙ. Йәнә шуны әйтмәксемен: мәктәптәрҙә төрлө программаларҙы ғәмәлгә индерәбеҙ – «Юғарыға ос!», «Спорт көрәшен – мәктәптәргә» һәм башҡалар. Шуға мәктәптә уҡығанда ваҡытты бушҡа үткәрмәгеҙ. Аҙаҡ ваҡытығыҙ булмаҫ. Күберәк уҡығыҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ, шул саҡта үҙенә ышанған һәм көслө егет-ҡыҙҙар, Башҡортостандың ысын вәкилдәре булып үҫерһегеҙ. Барығыҙҙы ла ҡотлайым, ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләйем!
Быйыл Белем көнө уңайынан тантаналар һәр мәктәптә үтте. Ләкин мәртәбәле сараға 1-се, 9-сы һәм 11-се класс уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләре, мәктәп хеҙмәткәрҙәре генә йыйылды. Ҡалған уҡыусылар өсөн интернет селтәре аша башта БР Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Асыҡ дәрес” ойошторолдо, артабан Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған Бөтә Рәсәй онлайн-асыҡ дәрес тәҡдим ителде.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика уҡыусыларына һәм уҡытыусыларына мөрәжәғәт итеп, уларҙы Белем көнө, яңы уҡыу йылының башланыуы менән ҡотланы. Ул уҡыусыларҙан коронавирусҡа ҡаршы сараларҙы үтәүгә яуаплы ҡарауҙарын, үҙҙәрен дә, уҡытыусыларҙы ла һаҡлауҙарын һораны.
Артабан йорттарында ҡалған һәр класс ситтән тороп үҙ класс етәкселәре менән класс сәғәтенә “керҙе”. Унда улар дәрес, тәнәфестәр тәртибе, уҡытыусылар, яңы ҡағиҙәләр һәм талаптар менән танышты.
Тәүге тапҡыр мәктәпкә аяҡ баҫыусы 1-се кластар өсөн Белем көнө мәңге хәтерҙәрендә яҡты хәтирәләр булып һаҡланһын өсөн уларҙың ата-әсәләре лә, уҡытыусылары ла бик тырышҡан. Коронавирусҡа ҡарамай, улар барлыҡ санитар-эпидемиологик хәлдәрҙе күҙ уңында тотоп һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һаҡлап, кескәйҙәргә ысын байрам бүләк итергә өлгәште.
Өлкән кластар өсөн быйылғы уҡыу йылы ла еңел булмаҫтай тойола. Ғәҙәттәгесә уҡый башлаһаҡ та төрлө хәлдәр булыуы ихтимал. Үткән йыл ҡаршылыҡтар булһа ла, өлкән класс уҡыусыларының күпселеге Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырҙы. Башҡортостанда быйыл вуздарҙа бюджет урындары һаны 1,5 меңгә артты, киләһе йылда – 2 меңгә етәсәк. Шуға күрә сығарылыш кластарҙың мөмкинлектәре киңәйтелде, уларға тик бер нимәгә ҡарамай тырышып уҡырға ғына ҡала.
Яңы уҡыу йылында башланғыс кластарҙың башлап мәктәптә бушлай туҡланасаҡтары ла яҡшы хәбәр. Быйыл республика буйынса 150 мәктәптә ошо тәртип урынлаштырылған.
Ғөмүмән, районда мәғариф өлкәһендә ыңғай күренештәр байтаҡ. Мәктәптәр, балалар баҡсаһы белем һәм тәрбиә биреүгә тулыһынса әҙер. Белем көнө изге сәғәттә башланып, ғәҙәттәгесә уҡырға ине… Ошо теләкте ата-әсәләр ҙә, уҡыусылар ҙа, уҡытыусылыр ҙа теләйҙәр. Бәлки шулай булыр ҙа…
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: