Инйәр
+3 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән...
3 Сентября 2020, 09:44
Тәртипкә өйрәндек
Ырныҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте ауыл халҡы менән тығыҙ бәйләнештә эшмәкәрлек итә.
Даими рәүештә кешеләр араһында аңлатыу саралары алып барыу яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын махсус майҙанда контейнерҙарға йыйыу, сүп-сар сығарылғандан һуң уның тирәһен таҙартып ҡуйыу тәртипкә һалынған. Оло юл буйҙарындағы үләндәрҙе лә сабылып тора. Березовка, Ҡаракүл, Князев, Ырныҡшы ауылдарында аҙна һайын “Таҙалыҡ көнө” акцияһы уҙғарыла. Ырныҡшы йылғаһының яр ситтәре лә таҙартыла.
Янғын хәүефһеҙлеген киҫәтеү маҡсатынан өс ай һайын ихаталар һайын йөрөп тикшерелә, иҫкәртмәләр таратыла. Яңғыҙ йәшәүсе ололарға, күп балалы ғаиләләргә һәм имен булмағандарға айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Әйткәндәй, был төркөмгә ҡарағандарҙың барыһының да өйҙәрендә янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдар ҡуйылған.
Урамдарҙы яҡтыртыу эштәре лә тамамланыуға бара. Янған лампалар яңыһына алмаштырылып тора.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"