Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
3 Сентябрь 2020, 12:44

Район мәғариф өлкәһендә һандар һәм факттар

Ағымдағы уҡыу йылында районда 17 мәктәп, бер мәктәпкә тиклемге һәм мәктәп йәшенән кеселәр өсөн учреждениеһы (башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы), өс балалар баҡсаһы, биш мәктәп филиалы (балалар баҡсаһы), 6 башланғыс белем биреү төркөмдәре эшмәкәрлек итәсәк.

2020 йылдың февралендә Айытмәмбәт ауылында 60 уҡыусылыҡ башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбе һәм 40 урынлыҡ балалар баҡсаһы урынлашҡан яңы бина файҙаланыуға тапшырылды. Был объект “Башҡортостан республикаһының 100 йыллығына 100 объект” тигән программа буйынса төҙөлдө. Төҙөлөш өсөн 98 миллион һумдан ашыу аҡса сарыф ителде.
Район мәктәптәрендә барлығы 218 уҡытыусы эшләй, уларҙың 87 проценты юғары белемле. 20 йылдан артыҡ стажлы булғандары — 157 (65 процент тәшкил итә), педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса йәше — 48 йәш. Мәктәпкә тиклемге ойошмаларҙа 55 педагог белем һәм тәрбиә бирә.
2019-2020 уҡыу йылында мәктәптәрҙә 2160 уҡыусы белем алһа, 1015 тәрбиәләнеүсе балалар баҡсаларына йөрөгән.
2019-2020 уҡыу йылдарында 39 ауылдан 11 дөйөм белем биреү учреждениеларына 21 автобус менән 588 балаға (дөйөм һандан 27 процент) уҡырға йөрөтөү ойошторолдо. Уҡыу йылы аҙағында 196 сығарылыш класс уҡыусыһы төп дөйөм белем тураһында таныҡлыҡ алды, уларҙың 18-е мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамланы. Урта дөйөм белем алыу аттестаты 78 уҡыусыға тапшырылды, 12-һе “Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн” миҙалына лайыҡ булды.
2-се Архангел мәктәбе нигеҙендә 2019 йылдың октябренән “Һанлы белем биреү мөхите” проекты тормошҡа ашырыла. Уның сиктәрендә белем биреү усағы заманса компьютерҙар менән йыһазландырылған. Бының өсөн федераль бюджеттан 2 миллион һумдан артыҡ аҡса бүленгән.
1-се Архангел һәм Максим Горький мәктәптәре “Заманса мәктәп” төбәк проектында ҡатнаша. Уға ярашлы, үткән йылда уларҙа “Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм гуманитар йүнәлешле үҙәктәр асылды. Проект уҡыусыларға үҙ аллы тикшеренеү эштәре, медиаижад менән шөғөлләнергә, һәләттәрен ғәмәлгә ашырырға ярҙам итәсәк. Ауыл мәктәптәре уҡыусыларына был яңылыҡтар ҙур мөмкинлектәргә юл асасаҡ.
2-се Архангел мәктәбендә “Үргә ос” проекты сиктәрендә “Сәләмәт йылмайыу” модуле эшләй башланы. Шул сәбәпле белем усағында 2019 йыл теш кабинетына ремонт яһалды, БР бюджетынан яңы медицина ҡоролмалары һатып алынды. Уҡыу йылы барышында теш табибы мәктәптең 66 уҡыусыһына тикшереү яһаны. Быйыл башҡа мәктәп уҡыусылары ла үҙ сәләмәтлектәрен яҡшырта аласаҡ.
Лилиә Сәйғафарова ,
Район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы.
Читайте нас: