Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
3 Сентябрь 2020, 14:37

Мәсьәләләр хәл ителә

Район хакимиәтендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә Артем Кулешовтың ҡошсолоҡ тармағын үҫтереп, продукцияһын етештереүҙе киңәйтеү буйынса проекты ҡаралды.

Районда ҡошсолоҡ тармағы
Ауыл хужалығында ҡошсолоҡ бик өҫтөнлөклө. Аҡһымға бай булған тауыҡ итенең кеше организмы өсөн файҙаһы бик күп, хаҡы яғынан да бик үк ҡиммәт түгел. Шуға күрә ул киң ҡулланылына. Ошо инвестицион башланғыстың районда тормошҡа ашырыласағына бик шатбыҙ.
Эшлекле һөйләшеү һуңында “БР Архангел районында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү” муниципаль программа сиктәрендә аҡсалата ярҙам алыр өсөн А. Кулешовҡа тейешле документтар пакетын әҙерләшеү ҡаралды.
***
Торлаҡ асҡыстары тапшырылды
2013-2019 йылдарҙа етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға 68 йорт тапшырылған. 2020 йылдың 31 авгусына ҡарата, район буйынса 74 үҫмер фатир алырға исемлектә тора. Быйыл Архангел ауылы үҙәгендә 8 млн һумлыҡ 9 квартира һатып алынды.
Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Илшат Әминев тантаналы шарттарҙа етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға фатир асҡыстары тапшырҙы. Илшат Нәжмитдин улы йәштәрҙе уларҙың тормошондағы мөһим ваҡиға менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Торлаҡлы булыу бәхетенә 9 кеше эйә булды.
***
Шәхси ҡабул итеү башланды
Коронавирус пандемияһы хәүеф янау сәбәпле, район хакимиәтендә граждандарҙы шәхси ҡабул итеү ваҡытлыса кисектерелеп торған ине. Ошо арауыҡта район халҡын борсоған мәсьәләләр, һорауҙар социаль селтәрҙәр йәки яҙма мөрәжәғәттәр аша хәл ителде.
2020 йылдың 1 сентябренән санитар-эпидемиологик хәлдәрҙе күҙ уңында тотоп һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һаҡлап граждандарҙы шәхси ҡабул итеү яңынан башлана. Алдан яҙылыу 8(34774) 2-11-38 телефон номеры буйынса.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: