Инйәр
-7 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
3 Сентябрь 2020, 14:18

Мәктәпкә йыйынырға ярҙам иттеләр

Районыбыҙҙың “Ғаилә” район-ара үҙәгендә “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһына йомғаҡ яһалды.

Сарала 6 эшҡыуар, 14 предприятие һәм ойошма, 7 битараф булмаған кешеләр ҡатнашты. Дөйөм йыйылған аҡсаларҙың суммаһы 120 мең һум тәшкил итте.
Акция сиктәрендә мәктәп йәшендәге 122 бала тәрбиәләнгән 49 ғаиләгә мәктәп һәм спорт формалары, уҡыу һәм балалар ижады кәрәк-яраҡтарын булдырыуҙа ярҙам күрһәтелде.
Киң күңелле, ярҙамсыл кешеләрҙең йыл да күбәйеүе яҡшы күренеш. “Ғаилә” хеҙмәте сарала ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Мохтаждарға ҡылған изге эштәр үҙегеҙгә меңләтә ҡыуаныс булып ҡайтһын!
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас в