Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
3 Сентябрь 2020, 14:46

Өфө ирекмәндәре ярҙамға ашыға

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, яугир-интернационалист Рәжәпов Тимерйән Рәжәп улы етәкселегендә республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан йыйылған ирекмәндәр үткән аҙна янғындан зыян күргән Вәлиевтәр ғаиләһенә ярҙамға килде.

Әйткәндәй, Айрат Вәлиев — Чечен һуғышы ветераны. Ирекмәндәрҙән тыш күмәк эшкә шулай уҡ район халҡы ла әүҙем ҡушылды. М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды командиры Тимерйән Рәжәпов әйтеүенсә, әле төҙөлөш майҙанында эш ҡайнай, ауылдаштар, предприятие хеҙмәткәрҙәре, ветерандар — барыһы ла ошонда. “Элек халыҡ өмәләр яһап, бер-береһенә ярҙам итешкән, был йоланы тергеҙергә кәрәк”,— тине ул.
Ир-егеттәр район үҙәгендәге ер участкаһында Вәлиевтәрҙең буласаҡ йортона нигеҙ ҡорҙо. Өй өсөн төҙөлөш материалдары республика етәкселеге ҡарары буйынса бүленде. Ауылдаштар, ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт итеүсе ветерандар, етәкселәр өмә ойоштороп уларға оло ярҙам күрһәтте.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: