Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
2 Сентябрь 2020, 18:02

Юлдар төҙөкләндерелә

Орловка ауыл биләмәһенә ҡараған Орловка, Аҡкүл, Андреевка, Карташевка һәм Николаевка ауылдарында һәр аҙна “Таҙалыҡ көнө” акцияһы ойошторолоп тора.

Шулай уҡ Еҙем йылғаһы буйында “Таҙа яр” сараһы уҙғарыла, һыу буйы сүп-сарҙан таҙартыла.
—Бөгөн Орловка ауыл хакимиәте урынлашҡан бинала косметик ремонт башҡарабыҙ. Һуңғы ремонт бынан 15 йыл элек эшләнгән ине. Бүлмәләр буяла, яңы обойҙар йәбештерелә. Муниципаль-ара юлдарҙа (Карташовка — Николаевка) төҙөкләндереү саралары бара. Һауа торошо тотороҡланыу менән Архангел — Красноусольск трассаһынан Андреевка ауылына табан оло юлда ла соҡорҙарҙы ремонтлау планлаштырыла. Артабан ошондай уҡ эштәр Орловка ауылының “Йәштәр” һәм “Грачевск”, Аҡкүлдә “Урман” урамдарында көтөлә.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының ҡәберҙәрен тәртиптә тотоу ҙа беҙҙең өҫтә. Юл буйҙарын, урамдарҙы таҙартып тороу, үләндәрҙе сабыу, сәскә түтәлдәрен тәрбиәләү кеүек эштәр һәр саҡ көнүҙәктә. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу пунктарын санитар талаптарға ярашлы тәртиптә тотабыҙ. Сүп-сарҙы алып киткән һайын майҙансыҡты, уның тирә-яғын ипкә килтерәбеҙ.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү буйынса ла иҫкәртеү эштәрен алып барабыҙ. Әйткәндәй, беҙҙең биләмәлә халыҡ йорттарында 100 процент янғын иҫкәртеү приборҙарын ҡуйҙыртҡан. Беҙ уларҙың төҙөклөгөн тикшереп торабыҙ,-тип биләмәләге эштәр менән таныштырҙы Орловка ауыл биләмәһе башлығы Гөлнара Рәфит ҡыҙы.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: