Был акцияла күсмә флюорография, “Ҡатын-ҡыҙ һаулығы” комплексы, Республика табип-физкультура диспансеры һәм күсмә ФАП-тар ҡатнаша. Бригада составында — табип-гинеколог, хирург-онколог, кардиолог, эндокринолог, офтальмолог, балалар неврологы, балалар табибы, терапевт, балалар хирургы.
Акция барышында кешеләрҙең үҙ сәләмәтлеген тикшертергә, тейешле күрһәтмәләр, тар белгестәргә йүнәлтмәләр алырға мөмкинлектәре булды.