Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
2 Сентябрь 2020, 18:30

Былтырғыға ҡарағанда юғары

БР Ауыл хужалығы министрлығында республика ауыл хужалығы предприятиеларының эшмәкәрлегенә арналған кәңәшмә үтте.

Уны БР Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов алып барҙы.
— Беҙҙең барыбыҙҙы ла көсөргәнешле аҙна көтә, - тине ул — Метеорологтар хәбәр итеүенсә бер аҙна һауа торошо яҡшы торасаҡ. Һуңғы арала, яуым-төшөмдөң көсәйеүе сәбәпле уңыш йыйыу темптары бик һүлпәнәйҙе. Шуға күрә ошо арала ауыл эшсәндәре барлыҡ көстәрен урып-йыйыу эштәрен тамамлауға һалырға бурыслы. Техника ватылыу, яғыулыҡ етешмәү һәм башҡа сәбәптәр менән эш бер минутҡа ла туҡталып торорға тейеш түгел. Һәр төбәк, мөмкинлек булған саҡта, баҫыуҙарҙан игендәрҙе йыйып алыуға яуаплы.
Аграрийҙарҙың кампания башында уҡ әҙерлеге яҡшы тип билдәләнде. Элеваторҙарҙың барыһы ла уңышты ҡабул итергә әҙер. Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр быйыл яңы техника алып өлгөрҙө. 7 ай эсендә 6 млрд һумлыҡ техника һәм башҡа ҡорамалдар булдырылды, үткән йыл менән сағыштырғанда техник яңыртылыу буйынса күрһәткес 6,5 млрд һум тәшкил иткән. Республика ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙең Росагролизингтың льготаларын әүҙем файҙаланыуҙары ҡыуандыра. Ошо рәүешле техниканың байтаҡ өлөшө лизинг буйынса һатып алына.
Ағымдағы йыл республикала барлығы 550 мең гектар майҙанда бөртөклө һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлы культуралар сабылған. Уларҙың 530 мең гектары урылған. Тулайым урып-йыйыу гектарынан уңыш алыу 25,1 центнер булғанда, 1 млн 347 мең тонна тәшкил итә. Урып-йыйыу кампанияһы һуңғы аҙнала һүлпәнәйгән хәлдә лә, уның тиҙлеге былтырғыға ҡарағанда юғары.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: