Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
2 Сентябрь 2020, 19:04

Белем усаҡтарындағы хәлдәр

Башҡортостанда 2024 йылға тиклем 288 мәктәптә спорт залдары ҡорамалдары яңыртыласаҡ.

Спорт залдары, майҙансыҡтары йыл да яңыртыласаҡ, мәктәп спорт залдары үҫешәсәк, асыҡ урындағы майҙансыҡтар тейешлесә йыһазландырыласаҡ.
Быйыл был проектты тормошҡа ашырыу өсөн БР Хөкүмәте һәм РФ Мәғариф министрлығы араһында килешеү төҙөлгән. Яңы уҡыу йылына ҡарай 43 спорт залын ремонтлау тамамланасаҡ. Муниципаль райондар иһә тема буйынса 90-дан ашыу контракт һәм килешеү төҙөгән.
***
Яңы уҡыу йылында һәр дүшәмбе билдәле кешеләр алып барған телевизион дәрестәр дауам итәсәк. 1 сентябрь тәүге асыҡ дәресте Радий Хәбиров алып барасаҡ.
Бынан тыш, 1-се класс уҡыусылары өсөн теледәрес яҙҙыртыу практикаһы тергеҙеләсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үҙҡурсаланыу һәм дистанцион белем биреү осоронда Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Башҡортостан — 24”, “Вся Уфа, UTV каналдары аша асыҡ дәрестәр күрһәтелде. Арҙаҡлы шәхестәрҙең үҙ тормошонан сығып һәм шәхси тәжрибәһенә таянып, төрлө күренештәр һәм хәлдәр хаҡында һөйләүе балалар араһында оло ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Лекторҙар араһында билдәле ғалимдар, әртистәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, спортсылар, сәйәсмәндәр, космонавтар булды.
***
Мәктәптәргә һауаны таҙартыусы һәм дезинфекциялаусы прибор — рециркуляторҙар һатып алыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 185 миллион һум аҡса бүленгән. “Аҡса белем биреү учреждениелары иҫәбенә күсте. Беҙ балалар һәм педагогтар хәүефһеҙлеген тәьмин итергә бурыслы”, - тине БР Мәғариф министры Айбулат Хажин.
Класс кабинеттарында ғына түгел, спорт залы, ашхана һәм коридорҙарҙа һауа рециркуляторы урынлаштырыу — Роспотребнадзорҙың төп санитар – эпидемиологик талаптарының береһе.
Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас: