Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
2 Сентябрь 2020, 18:33

Башҡортостан йәштәре йыйыны

Республикала «Башҡортостан йәштәре йыйыны» үтте.

Ырымбур, Һарытау, Һамар, Свердловск, Силәбе әлкәләре, Пермь крайы, Татарстан, Ханты-Манси, Ямал-Ненец автоном округтарынан, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан һәм Башҡортостандың төрлө райондарынан килгән йәш белгестәр, студенттар, мәҙәниәт, мәғариф эшмәкәрҙәре Күгәрсен районы Мораҙым тарлауығы"на йыйылды. 11 августан 13-нә тиклем бында 400-гә яҡын кеше форумда ҡатнашты, шуларҙың 95-е — Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән. Беҙҙең райондан да был мәртәбәле сараға биш кешенән торған делегация барып ҡайтты. Айзирәк Өмөтбаева, Диана Фәррәхова, Зөлфиә Ташбулатова, Алһыу Мусина һәм Эльвира Аҫылбаева мәртәбәле сарала лайыҡлы ҡатнашышты.
Форумды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ярҙамы менән «Йәштәр сәйәсәте лигаһы» йәштәр башланғыстарын үҫтереү ойошмаһы ойошторҙо.
Йыйында ике тиҫтәгә яҡын эксперт эшләне, бер нисә профилле платформа, халыҡ уйындары, спорт ярыштары ойошторолдо. Сараны асыу тантанаһынан һуң йәштәр төрлө сараларға йүнәлде: спорт һөйөүселәр- волейбол һәм футбол мини-турнирына, икенсе төркөм- Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы буйынса этноквестҡа, әүҙем граждан позициялылар — сәйәси дебатҡа, тағы бер төркөм — Анжелика Нурмөхәмәтованың «Нисек маҡсаттарға өлгәшергә?» тигән тренингына юлланды, ижади йәштәр сәхнәлә һәләттәрен күрһәтте.
Форумдың икенсе көнө лә сараларға бай: мәғариф —инновация платформаһы социаль проекттар, сәйәсәт, уңышҡа ирешеү тураһында фекер алышырға теләгәндәр өсөн файҙалы. «Яугир» хәрби-патриотик уйын физик яҡтан әүҙем йәштәрҙе йәлеп итте. Ә туристар яланы һабантуй майҙанына әйләнде. «Позитив ҡараш» платформаһында сәләмәтлек, хәүефһеҙлек, милләт-ара мөнәсәбәттәр тураһында интерактив уйындарҙа ҡатнашты һәм йәштәр менән эштә төп йүнәлештәр буйынса юл карталары төҙөнө. Был саралар менән бер рәттән " Tik-Tok та йыйын" исемле мәғариф оҫтаханаһы эшләне, егеттәр һәм ҡыҙҙар спикерҙар менән бергә социаль селтәрҙәрҙә мәғлүмәт еткереү мәсьәләләрен ҡараны.
Иң әүҙем ҡатнашыусылар «Йомғаҡ» хакатонында ҡатнашты, бында йәштәр төрлө көнүҙәк проблемалар тураһында фекер алышты һәм хәл итеү юлдарын эҙләне. Форумда үҙ “валюта”лар эшмәкәрлек итте. Майҙансыҡтарҙа иң әүҙем ҡатнашыусылар ағас тәңкәләр йыйып, уларҙы приздарға йәки ҡәһеүәгә алмаштыра алды.
Форумдың өсөнсө көнөндә башҡорт телендә парламент дебаттары үтте. Уның сиктәрендә йәштәр сығыш яһау оҫталығына, үҙ фекерен яҡларға өйрәнде. Йәштәр менән майҙансыҡтарҙа бизнес-тренер Алена Лепешкина, Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәти-методик үҙәк директоры, психолог Анжелика Нурмөхәмәтова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов, танылған блогер-диетолог, Халыҡ-ара диетологтар ассоциацияһы ағзаһы Регина Доктор, «Рәсәй студенттары отрядтары» йәмғиәте командиры Ирина Сухарева, йәштәр проекттары офисы етәксеһе Никита Хрулев һәм башҡа билдәле эксперттар эшләне. «Башҡортостан йәштәре йыйыны» на, шулай уҡ, Республика Хөкүмәте вице-премьерҙары Ирек Сәғитов, Азат Бадранов, шорт-трексы Семен Елистратов, спортсы Эльбрус Ниғмәтуллин, Рәсәй Геройҙары Рөстәм Клупов, Владимир Әлимов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров килде.
“Был йыйынға беҙ иң һәләтле, дәртле йәштәрҙе йыйып алдыҡ. Форумда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла был осрашыу файҙалы булғандыр. Сара уларға яңы табыш һәм мөмкинлектәр бирер тип уйлайым”, — тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Яна Гайдук.
Эльвира Аҫылбаева, “Башҡортостан йәштәр йыйыны” форумында ҡатнашыусы:
— Йәштәр йыйыны төбәк-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү, милли һәм рухи ҡиммәттәрҙе, башҡа милләт вәкилдәре менән дуҫлыҡты нығытыу маҡсатында уҙғарылды. Барыбыҙ өсөн оло әһәмиәткә эйә булған форумдан тик яҡшы, яҡты уйҙар менән ҡайттыҡ. Ул беҙгә көс, дәрт, ышаныс бирҙе. Бер нисә көн эсендә барлыҡ йәштәр берҙәм булып ойоштоҡ. Ошондай йыйындарҙы уҙғарыу Башҡортостан йәштәренең матур йолаһы булып ҡалһын.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: