Инйәр
+22 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
24 Августа 2020, 11:50
Юғалтыуһыҙ урып алырға
Игенсенең хеҙмәте тәбиғәт шарттарына ныҡ бәйле.
Ауыл хужалығы эшсәндәре аяҙ көндәрҙе файҙаланып, тынғыһыҙ, ҡыҙыу ураҡ эштәрендә ҡайнай. Район аграрийҙары ошо арала ужым культураларын урып-йыйыуҙы тамамланы. Был турала район мәғлүмәт-консультация үҙәгенең агроном-консультанты Илшат Шәрәфетдинов һөйләп ишеттерҙе:
— Әлеге көнгә 300 гектар ужым бойҙайы, 700-ҙән артыҡ ужым арышы урылған. Бураҙналарға 2000 тоннанан артыҡ бөртөклөләр һалынған. Яҙғы арпа баҫыуҙарында ла уңыш йыйыу башланды.
Халыҡты төп ризыҡ — икмәк менән тәьмин итеүсе игенселәр өсөн әле яуаплы осор. Уларға үҫтерелгәнде ваҡытында йыйып, уңышты мөмкин тиклем юғалтыуһыҙ урып алыуҙарын теләйбеҙ.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур