Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
24 Август 2020, 17:00

Мәктәптәрҙә дәрестәр нисек үтәсәк?

Сентябрь етергә лә күп ҡалманы.

Ә республика мәктәптәрендә яңы уҡыу йылы ниндәй шарттарҙа башланасаҡ һуң? Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, 1 сентябрҙән барлыҡ уҡыусыларҙың да парта артына ултырыуы хәл ителгән. Тик ҡуйылған бөтә һаҡланыу талаптарын үтәргә генә кәрәк буласаҡ.
Беренсенән, белем усаҡтарында кабинет системаһы индерелә. Уҡыусылар элекке кеүек бүлмәнән-бүлмәгә күсеп йөрөмәйәсәк. Былар физкультура, физика, химия, информатика, технология дәрестәренә генә ҡағылмай. Тәнәфестәр ҙә үҙгәреп тороусан буласаҡ. Белем усаҡтарында бөтә өлкәндәр өсөн – ҡәтғи битлек режимы. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар ағымы бүленәсәк. Белем учреждениеһының төп ишектәре, эвакуация юлдары ла асыҡ торасаҡ.
Бүлмәләр һәм коридорҙарҙы график буйынса елләтеү, уларҙы дезинфекциялау саралары менән эшкәртеү мотлаҡ һанала. Балалар күп булған урындарҙа – ашханала, спорт залында, коридорҙарҙа һауа рециркуляторҙары ҡуйыласаҡ. Мәктәптәрҙә дәрес башланыр алдынан мотлаҡ һәр кемдең тән температураһы үлсәнәсәк. Балаларҙы автобус менән йөрөтәләр икән, ултырыр алдынан тикшереү ҡаралған. Дәрестәр биш минутҡа ҡыҫҡара.
Һанап үтелгән шарттарҙың үтәлешен медицина инспекторҙары тикшерәсәк. Улар белем усаҡтарында 1 сентябрҙән индерелә.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: