Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Август 2020, 14:05

Йәй — мул һөт осоро

Йәй миҙгелен һәр кем түҙемһеҙләнеп көтөп ала.

Берәүҙәргә ул ял итеү, ҡыҙыныу, сәйәхәт итеү ваҡыты булһа, ауыл халҡының күпселеге өсөн ғаилә бюджетын яҡшыртыуға уңайлы мәл. Улар был осорҙа еләк-емеш, бәшмәк, һөт аҙыҡтарын һатыуға сығарып ярайһы уҡ аҡса туплап ҡала.
Липовка ауыл биләмәһендә шәхси эшҡыуар Фәнүр Ҡушағолов байтаҡ йылдар ауыл халҡынан һөт йыйыу менән шөғөлләнә һәм бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.
Билдәле булыуынса, ауыл ерендә шәхси хужалыҡ тотоу, мал, ҡош-ҡорт аҫрау электән килгән кәсеп. Ул әлбиттә, күп тырышлыҡ талап итә. Ялҡауы килмәгән, уңған, йүнсел хужалар, күптәр мал тотоуҙың файҙаһы юҡ, тигән яңылыш фекерҙә булыуға ҡарамаҫтан, эре мөгөҙлө малдарҙы аҫрауҙы дауам итә. Ошо арҡала ғаиләһе йыл әйләнәһендә таҙа, тәбиғи ризыҡ менән туҡлана, ә артып ҡалғанын һатыуға сығара. Ит, һөт аҙыҡтары һәр ваҡыт киң һорау менән ҡулланылына.
— Бөгөн көнлөк һөт йыйыу яҡынса 1100 килограмға етә. Миҙгел башынан, йәғни апрель айынан барлығы 113 тонна һөт йыйып алынды. Иң әүҙем һөт тапшырыусылар булып ҡураларында бер нисә баш һыйыр тотҡан Нәсим Әбдрәфиҡов, Рәүф Мөслимов, Рөстәм Сәлихов һәм Флүрә Шайморатова тора. Көмәрле, Благовещенка, Яңы Шәрәй, Яңы Шишмә ауылдарынан йыйылған һөт Кушнарен районына оҙатыла. Үткән йылды октябрь аҙағына тиклем эшләнек.
Кешеләр һөттө йыйыу пунктына үҙҙәре үк килтерһә, литры 16 һум менән, әгәр ҙә үҙем йыйып алһам 15 һум менән ҡабул итәм. Халыҡ сырье өсөн ваҡытында, һәр 15 көн һайын аҡсаһын алып тора.
Малсылыҡ — ауыл халҡының төп кәсебе, аҡса сығанағы. Эш эҙләп ситтә йөрөгәнсе, шәхси хужалығыңда мал тотоп, уның файҙаһын күреү күпкә отошло, -тип һөйләп үтте Фәнүр Фәнил улы.
Әйткәндәй, Фәнүр Фәнил улының республика ауыл хужалығы комплексындағы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте “Липовка” совхозы, район хакимиәте, БР Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамоталары менән билдәләнгән.
Дилара Бәҙретдинова.
Эльвира Абдуллова фотоһы.
Читайте нас: