Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Август 2020, 14:28

Сирләргә теләмәһәк…

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы пневмококк вакцинаһынан 10 мең миҡдарҙа «Превенар — 13» препараты бүлде.

15 авгусҡа тиклем республикала 60 йәштән өлкәндәр ошо вакцинаны алырға тейеш.
«Хроник үпкә сиренән яфаланған 60 йәштән өлкән граждандарға вакцина яһау мөмкинлеге һәм кәрәклеге мәсьәләһен хәл итеү өсөн йәшәгән урын буйынса поликлиникаға мөрәжәғәт итергә кәңәш бирәбеҙ», — тип хәбәр иттеләр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Шул рәүешле Башҡортостан пневмония менән ауырыу хәүефен һәм COVID-19 йоҡтороу мөмкинлеген кәметергә ниәтләй.
Һуңғы йылдарҙа һирәк осраусы һәм хәүефле вирустар түгел, ә ғәҙәти пневмококктар ололарҙың һәм балаларҙың ғүмере һәм һаулығы өсөн ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра. Был бактериялар антибиотиктарҙың күбеһенә көслө иммунитет булдыра. Улар дауалауға бирешмәй. “Превенар” прививкаһы бөгөн пневмококка ҡаршы иң ышаныслы вакциналарҙың береһе булып иҫәпләнә. Уны 2 айлыҡтан алып 5 йәшкә тиклемге һәм унан өлкәнерәк балаларға яһатырға кәрәк. Оло йәштәгеләргә лә был вакцинаны ҡуйыу бөгөн бик урынлы.
Максим Горький ауылы халҡы араһында 60 йәштән өлкәндәргә план буйынса «Превенар — 13» вакцинаһы эшләнә. Сара ирекле рәүештә башҡарыла. Тәмәкене оҙаҡ тартҡандарға ла, йәштәргә лә прививка алыу тәҡдим ителде. Халыҡ профилактик сараға әүҙем ҡушылды. “Шәфҡәтлелек” инвалидтар һәм ветерандар йортонда уны 96 кеше яһатты.
Коронавирус сирен иҫкәртеү, булдырмау маҡсатынан халыҡ араһында даими рәүештә аңлатыу эштәре башҡарыла, йүнәлтмәләр бирелә. Йөклө ҡатындарҙың хәл-торошо, тән температураһы көн һайын теркәлеп бара. Әле райондан киҙеүгә ҡаршы вакциналар көтәбеҙ.
Гөлгөнә Хисмәтуллина,
Максим Горький фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры.
Читайте нас: