Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Август 2020, 13:58

Ҡатмарлы һәм романтик өлкә

Һауа флоты һәр ваҡыт Рәсәйҙең ғорурлығы булды.

Уға бөгөн дә илебеҙҙең социаль-иҡтисади үҫешендә, дәүләт сиктәрен һаҡлауҙа, төпкөл территорияларҙы үҙләштереүҙә, тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе һәм эшлекле хеҙмәттәшлекте нығытыуҙа ҙур урын бирелә.
Республикала һауа транспорты комплексы үҫешенә айырым иғтибар бирелә. Ошо йәһәттән милли база авиакомпанияһы булдырылған. Төбәк-ара һәм төбәк эсендәге рейстар башҡарған яңы һауа суднолары һатып алынды. Интенсив рәүештә халыҡ-ара һауа линиялары үҙләштерелә.
Граждан авиацияһы предприятиеларының етештереү ҡеүәттәре ҙур тиҙлек менән яңыртыла. Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропорты бөгөн илебеҙҙәге иң эре төп һәм социаль әһәмиәттәге аэропорттарҙың береһе булып тора. Сибай, Нефтекама ҡалаһындағы аэропорттар эшләй.
Авиация – кеше эшмәкәрлегенең иң ҡатмарлы, матур һәм романтик өлкәләренең береһе. Республиканың граждандар авиацияһы хеҙмәткәрҙәре, осоштарҙың хәүефһеҙлеген һәм һауа судноларының техник яҡтан төҙөклөгөн тәьмин итеү буйынса йөкмәтелгән бурыстарҙы уңышлы үтәү менән бер рәттән, нефтселәргә, геологтарға, ауыл хужалығына ҙур ярҙам күрһәтә. Урман янғындарын һүндереүҙә, авария-ҡотҡарыу эштәрен башҡарыуҙа, ашығыс санитар-медицина ярҙамы күрһәтеүҙә уларҙың роле баһалап бөткөһөҙ.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: