Инйәр
0 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән...
13 Августа 2020, 12:59
Ҡыйыҡ яңыртылды
Түбә, ҡыйыҡ япмаларын йүнәтеү элеккесә капиталь ремонт буйынса иң кәрәкле һәм оло эш төрө булып ҡала.
Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалының дөйөм ятағында ҡыйыҡ профнастил менән алмаштырылды. Был эште башҡарып сығыуҙа Ауырғазы күп профилле колледжы директоры Миңнулла Хоҙайбирҙин һәм колледждың административ хужалыҡ эшмәкәрлеге буйынса урынбаҫары Әҙилә Хисмәтуллина күп көс һалды. Улар БР Мәғариф министрлығы менән килешкәндән һуң, тендерҙа ҡатнашҡан подрядсылар араһынан Өфө эшҡыуары Илгиз Бураншинды һайланы. И.Й.Бураншин етәкселегендә өс кешенән генә торған бригада төҙөкләндереү сараларын бер аҙна эсендә тамамланы.
Бина эсендә башҡа йүнәтеү-төҙөкләндереү саралары ла уҙғарыла. Яңы уҡыу йылында студенттарҙы яҡшы йәшәү шарттары булдырылған ятаҡ көтә.
Филүс Бадранов,
Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалы мөдире.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"