Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
6 Август 2020, 17:32

Яңы хыялдар, яңы маҡсаттар алға әйҙәй

Иң һәләтле, тырыш сығарылыш класс уҡыусыларына миҙалдар тапшырылды

Тырыш һәм бар яҡтан һәләтле уҡыусылар — илебеҙ киләсәге. Хөкүмәтебеҙ тарафынан уларҙы дөрөҫ баһалау, дәртләндереү йәһәтенән маҡсатлы эштәр алып барыла.
Алтын миҙалға лайыҡ булыу өсөн бишлегә генә уҡыуҙан тыш, төрлө ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, башҡа конкурстарҙа юғары күрһәткестәргә эйә булырға кәрәк. Иң мөһиме, миҙал алыусылар үҙҙәрен һынатмаған, барыһы ла Берҙәм дәүләт имтиханында юғары һөҙөмтәләр күрһәткән.
Быйыл “Уҡыуҙа айырыуса уңышҡа ирешкән өсөн” алтын миҙалына районыбыҙҙың 12 уҡыусыһы лайыҡ булды. Мусин Айнур (Максим Горький мәктәбе), Шәрәфетдинова Гүзәл һәм Хәйретдинов Динис (Тирәкле), Александрова Екатерина, Шишкина Анастасия, Турлай Игорь (1-се Архангел), Автушенко Екатерина, Ишйәрова Аделия, Кудряшова Елена, Ронжин Семен, Сәйғафаров Динис (2-се Архангел), Әбдрәшитова Әлиә (Благовещенка) фән олимпиадаларында, спортта, йәмәғәт эштәрендә иң әүҙемдәр һәм алдынғылар рәтендә булып, даныбыҙҙы яҡланы.
Һуңғы осорҙа пандемияға бәйле ваҡиғалар сәбәпле, уҡыу алдынғыларын тәбрикләү тыныс шарттарҙа үтте. Билдәләнгән ваҡытҡа район хакимиәтенең тамашасылар залына билдәренә аҡ алъяпҡыстар быуған һылыу ҡыҙҙар, етди костюмдарҙа һомғол буйлы егеттәр, ата-әсәләр, мәктәп директорҙары йыйылды. Район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Лилиә Сәйғафарова залдағыларҙың барыһын да иҫтәлекле көн менән тәбрик итте һәм һүҙҙе район хакимиәте башлығы Илшат Әминевҡа бирҙе.
— Ҡәҙерле сығарылыш класс уҡыусылары. Бөгөн барығыҙ өсөн мәктәп тормошо артта ҡалды. Бер нисә көндән һеҙ сит ҡалаларға, яңы белем йорттарына юлланасаҡһығыҙ. Алда һеҙҙе яңы баҫҡыстар, һынауҙар, яуаплы осор көтә. Мәктәптә алған белемдәрегеҙ киләсәктә киң ишектәр асһын, оло бейеклектәргә үрләргә, тормош юлынан ышаныслы атларға ярҙам итһен!
Юғары уҡыу йорттарына инеү конкурстарын уңышлы үтеүгеҙҙе теләйем! Һәр берегеҙгә оло бәхет, ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешергә насип булһын. Хыялдарығыҙ ысынбарлыҡҡа ашһын, ҡояш кеүек балҡып йәшәгеҙ! Бирешмәгеҙ! Аҡ юл һеҙгә! -тип изге теләктәрен юлланы Илшат Нәжмитдин улы.
Шулай уҡ И.Әминев ата-әсәләргә, мәктәп директорҙарына, уҡытыусыларға ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм һәләтле, уңған үҫмерҙәргә лайыҡлы миҙалдарын тапшырҙы.
Сығарылыш уҡыусыларын яңы тормош, яңы маҡсаттар, хыялдар алға әйҙәй. Алтын миҙалдар уҡыусыларға бары уңыштар килтерһен!
Дилара Бәҙретдинова.
Автор фотоһы.

Читайте нас: