Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
6 Август 2020, 18:24

Иммунитетың нисек?

Бөгөн иммунитетты һаҡлау, уны нығытыу көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе.

Бөтә донъя сәләмәтлекте һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, кешеләрҙең ни бары 10 проценты бөтөн ауырыуҙарҙан тиерлек яҡларлыҡ көслө иммунитет менән маҡтана ала. Тағы 10 проценты тыумыштан килгән иммунодефицитҡа эйә — бик йыш сирләй. Ҡалған 80-ненең иммун системаһы көсө йәшәү шарттарына һәм рәүешенә бәйле. Тәҡдим ителгән түбәндәге ҡағиҙәләр уны нығытырға ярҙам итәсәк.
Яҡшы елләтелгән бүлмәлә тәүлегенә һигеҙ сәғәт йоҡларға. Организмдағы файҙалы бактерияларҙың үҫеүен арттырыусы ризыҡтар: һуған, һуған-порей, һарымһаҡ, артишок, банан ашарға. Эхинацея, женьшень, солодка, элеутерококк, лимонник кеүек тәбиғи сараларҙың төнәтмәһен эсергә. Уларҙы дауалау һәм профилактика маҡсатынан ҡулланырға. Йөҙөү, ҡойоноу һәм контраст душтар, физик күнегеүҙәр ҙә файҙаға булыр.
Иммунитетты нығытыу өсөн табиптар дарыу үләндәрен дә файҙаланырға кәңәш итә. Һеҙҙең иғтибарға – бер нисә рецепт.
Киптерелгән ғәҙәти һәм һары мәтрүшкәне, гөлйемеште, йүкә сәскәһен, ҡарағат, алмағас япрағын, аҡ сәскәне онтап, сәй менән бергә бешереп эсергә.
Ер еләге япрағын емеш бирә башлағансы йыйырға кәрәк. Сәйгә ҡушып йыш эскәндә, организмдан дарыу еңә алмаған ауырыуҙы сығарырға һәләтле.
Халыҡ медицинаһында иммунитетты күтәреү өсөн ҡурай еләгенең япраҡтарынан тыш, ботаҡтарын да ҡулланалар. Уларҙы ваҡ итеп турап (бер-ике аш ҡалағы), бер стакан һыуҙа ҡайнатып, ике сәғәт тирәһе төнәткәс, көн дауамында бер-ике тапҡыр эсергә кәрәк.
Бер сәй ҡалағы ромашканы, йүкә сәскәһен, гөлйемеште бер стакан ҡайнаған һыуға һалып, 15-20 минут төнәтергә. Әҙер ҡайнатманы һөҙөп, көнөнә 1/3 стакан эсергә.
Ауырыған саҡта мүк еләгенә шәкәр өҫтәп иҙеп, өҫтөнә сәй ҡойоп эсергә була.
Гөлйемештә С витамины күп, шуға күрә ауырыған саҡта уны йышыраҡ һәм күберәк ҡулланырға кәрәк. Ике аш ҡалағы киптерелгән емеште ярты литр һыуҙа 15 минут ҡайнатып алығыҙ. Төнгөлөккә төнәтеп, сәй урынына эсеү файҙалы.
Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.
Читайте нас: